Тауыш биреү процедураһы ябай:
- Күргәҙмә сайтына https://russia.ru/voting/region инергә;
- Башҡортостан Республикаһын исемлектән һайлап алырға йәки уны ил картаһында билдәләргә;
- республика стенды өсөн бөтә номинацияларҙы билдәләргә һәм «тауыш биреү» төймәһенә баҫырға;
- социаль селтәрҙәр йәки почта аша авторлашырға йәки теркәү процедураһын үтергә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы 3 декабрҙә "Рәсәй" күргәҙмәһендә Башҡортостан көнөндә төбәктең ВДНХ-ның 75-се павильонындағы стенд менән танышты. Экспозиция 3D-печать һәм виртуаль ысынбарлыҡ кеүек яңы технологиялар ҡулланып ҡуйылды. Авторҙарҙың уй-фекере буйынса, стенд яңы ҡаҙаныштарға һәм инновацияларға илткән бөтә Рәсәй менән киләсәккә ынтылған йыһан карабынан ғибәрәт.
Дмитрий ВОЛКОВ.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.
"Республика Башкортостан" гәзите.