

Байрам алдынан республиканың белем биреү ойошмаларында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада барышында «Башҡорт телендә һөйләшәм» флешмобы уҙғарыла. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә, Мөхәррәм Сәлимовтың көйөнә яҙылған «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын башҡара. Видеояҙмалар социаль селтәрҙәрҙә #башҡорттелекөнө2023, #башҡорттелендәһөйләшәм хештегтары менән урынлаштырыла.
Милли мәғариф идаралығының «Бәйләнештә»ге сәхифәһенә https://vk.com/unominobr төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары хаҡында мәҡәләләр ҡуйыла.
Йыл һайын баш ҡалала Башҡорт теле көнө БДПУ майҙанында М.Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Байрам башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә бағышлана. Барлыҡ дөйөм белем биреү ойошмаларында Башҡорт теле көнөнә арналған берҙәм дәрес ойошторола.
Шул уҡ көндө Рәсәй Президенты иғлан иткән Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә Өфөлә «Остаз» республика конкурсының финалы уҙасаҡ. Дөйөм белем биреү ойошмалары араһынан «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты»н һайлайҙар. Еңеүселәр кабинетты мультимедиалы комплекс менән йыһазландырыуға сертификаттар аласаҡ.
Көн дауамында республиканың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн башҡорт телендә оҫталыҡ дәрестәре, интеллектуаль уйындар, Аҡмулла олимпиадаһы, КВН үткәреләсәк. Байрам китапханаларҙа, тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙә ойошторола.
Киске программа Өфө театрҙарында дауам итә: Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Мин башҡорт телен өйрәнәм» спектакленең премьераһы була. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ҙур залында башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» пьесаһы буйынса опера премьераһының концерты күрһәтелә. Ә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Ете быуын. Һаҡлаусылар/Беҙ... һаҡлаусылар» спектакле-вербатимнына саҡыра.
«Родина» кинотеатрында башҡорт телендә «Шағир көндәлеге» фильмы күрһәтеләсәк һәм режиссер Булат Йосопов менән ижади осрашыу ойоштороласаҡ, шулай уҡ башҡорт телендә «Төньяҡ амурҙары» тулы метражлы йәнһүрәте күрһәтеләсәк.
15 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында Фән һәм мәғариф йылына йомғаҡ яһау сиктәрендә республика район һәм ҡалаларының, Рәсәй тәбәктәренең башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре һәм вәкилдәренең осрашыуы, шулай уҡ С.Тавасиев исемендәге мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендә тәүге йәмәғәт наградалары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтә. Башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар конкурсында еңеүселәргә сертификаттар тапшырыла. Ул башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошма тарафынан уҙғарылған. Йәштәр медиаһы, IT, мәғариф, мәҙәниәт һәм фән өлкәһендә телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән 10 эш грант ярҙамын аласаҡ.
Башҡорт теле көнөнә арналған бик күп саралар Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, Салауатта һәм республиканың башҡа ҡала-райондарында ла ойошторола.
Лариса ШЕПЕЛЕВА.
“Республика Башкортостан” гәзите.
БР Мәҙәниәт министрлығы фотоһы.