Мәҙәниәт
25 Ноябрь 2023, 04:05

Өфөнөң төп майҙандарында яңы йыл ҡаласыҡтарының үҙенсәлектәре билдәле булды

Өфөлә конгресс-холл һәм ҡала советы алдындағы майҙанда яңы йыл ҡаласыҡтарын төҙөү һәм биҙәү өсөн контракт төҙөлдө. Эштәрҙең хаҡы — 41,5 миллион һум.

Өфөнөң төп майҙандарында яңы йыл ҡаласыҡтарының үҙенсәлектәре билдәле булдыӨфөнөң төп майҙандарында яңы йыл ҡаласыҡтарының үҙенсәлектәре билдәле булды
Өфөнөң төп майҙандарында яңы йыл ҡаласыҡтарының үҙенсәлектәре билдәле булды

Ҡаласыҡтар 22 декабргә тиклем әҙер булырға тейеш, ғинуар аҙағына тиклем уларҙы тәртиптә тотоу ҙа подрядсының бурысы. Ҡаласыҡтарҙы 8 февралгә тиклем һүтеү планлаштырыла.

Конгресс-холл янындағы 4,9 мең квадрат метр майҙанда 32 метрлыҡ пикселле шыршы, 12 метрлыҡ ҡар тауы, утлы һындар, гирляндалар ҡуйыла. Ә ҡала советы алдындағы 7,1 мең квадрат метрлыҡ биләмәне 32 метрлыҡ пикселле шыршы, ҡар тауы, боҙҙан яһалған Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, аждаһа һындары, «Аждаһа лабиринты» биҙәй.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас