-21 °С
Болотло
«Яңы йыл майҙансығында ла үҙгәрештәр бар, боҙло һындар, иллюминациялар, әүҙемлектәр күберәк була, — тип яҙҙы Ратмир Мәүлиев үҙенең телеграм-каналында. — Өфөгә Бөйөк Устюгтан Рәсәй Ҡыш бабайы ҡунаҡҡа килә һәм резиденцияны асыу сараһында ҡатнаша».
Ҡышҡы тылсымсы һәм уның ярҙамсылары ҡунаҡтарҙы 25 декабрҙән 30-ына тиклем — көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 8-гә, 30 декабрҙә — көндөҙгө 12-нән киске 8-гә, яңы йыл төнөндә көндөҙгө сәғәт 12-нән төнгө 2-гәсә ҡабул итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Өфө Ҡыш бабайы резиденцияһын 100 меңдән ашыу кеше килеп күрҙе.