Мәҙәниәт
12 Октябрь 2023, 13:15

Өфөнөң вуз-ара кампусында халыҡ сәнғәте телен дизайнер продуктына берләштерәләр

Өфө дәүләт нефть техник университетының юғары уҡыу йорттары-ара донъя кимәлендәге кампуста урынлашасаҡ «Медиадизайн һәм креатив индустриялар» лабораторияһы дизайнда уникаль этностиль эшләү өҫтөндә эшләй. Яңы майҙандарҙа республика продукцияһы өсөн туранан-тура брендинг, этник стилдәге предметтар һәм кейем коллекциялары әҙерләнәсәк.

Өфөнөң вуз-ара кампусында халыҡ сәнғәте телен дизайнер продуктына берләштерәләрӨфөнөң вуз-ара кампусында халыҡ сәнғәте телен дизайнер продуктына берләштерәләр
Өфөнөң вуз-ара кампусында халыҡ сәнғәте телен дизайнер продуктына берләштерәләр

- Унда беҙҙең магистр төркөмө буласаҡ. Бик ҙур проекттар һәм фәнни программалар эшләнәсәк. Бынан тыш, һәр магистрҙың үҙ шәхси трекы бар, республика продукцияһын халыҡ-ара кимәлдә танытыу программаһынан алып йәмәғәт киңлеге рәсмиләштереүгә тиклем. Яңы заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән ҙур форматта баҫтырып сығарыу өсөн дә ҡуясаҡбыҙ. Проекттарҙың белем кимәле айырым мөхитте талап итә, ә вуз-ара кампуста ул бар, - тип пландары менән уртаҡлаша «Дизайн һәм сәнғәт ғилеме» кафедраһы мөдире Лидия Стратонова.

Коллективтың ғилми һәм ижади тырышлығы һанлы мөхиттә Башҡортостандың заманса образын булдырыуға йүнәлтелгән. Улар - урта һәм предмет дизайны өлкәһендәге проекттар, прототип, макеттар эшләү, төрлө тәғәйенләнештәге продукттарҙы биҙәү һәм брендлаштырыу буйынса эштәр, электрон дәреслектәр дизайны, сайттарҙы биҙәү, моушен-дизайн, кейем һәм аксессуарҙар дизайны.

- Үҙенең билдәле ҡиәфәтен йәки мәктәбен формалаштырыу тураһында һүҙ алып барғанда, беҙҙең төп эш - ул дизайнда уникаль этностиль булдырыу. Ләкин мотлаҡ рәүештә башҡорт сәнғәтен цитата итеп килтереү зарур. Дизайн үҙенсәлекле, үҙ аллы булып танылһын өсөн фундаменталь йөкмәтке кәрәк. Ә фундаменталь йөкмәтке - Башҡортостандың кңп төрлө һәм бик бай һоҡланғыс халыҡ сәнғәте, унда бөтәһе лә бар. Улар сувенир продукцияһы ғына түгел, ә тап төбәк дизайнындағы үҙенсәлекле стиль булараҡ та ҙур һорау менән файҙалана, - тип билдәләй Лидия Стратонова.

Студенттарҙың һуңғы эштәренең береһе башҡорт халыҡ әкиәттәре темаһына комикстар эшләүгә арналды. Ҡайһы бер проекттар менән Башҡортостан нәшриәте ҡыҙыҡһына. «Урал батыр» эпосы буйынса комикстар сығарыу тураһында килешеү бар.

Йәш дизайнерҙар һәм уларҙың остаздары 2023 йылда 74 проект әҙерләгән, уларҙың бер өлөшө университеттың ACADEMIA галереяһында күрһәтелә, ҡалғандары Өфө дәүләт нефть техник университетының төп корпусындаге экспозицияға әҙерләнә. «Медиадизайн һәм креатив индустрия» йүнәлеше буйынса белгестәрҙең тәүге сығарылышы 2024 йылда була. Сығарылыш курс студенттары магистратураны вуз-ара кампуста тамамлаясаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә юғары уҡыу йорттары-ара донъя кимәлендәге кампусты 2023 йылдың декабрендә тамамлау күҙаллана, икенсеһе 2025 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыла. Дөйөм майҙаны 146 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән Кампус эшҡыуарлыҡты, фәнде һәм алдынғы белем биреүҙе йәлеп итеү һәм интеграциялау майҙансығы булырға тейеш. Төҙөлөш «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын һәм концессия килешеүҙәрен ҡулланып, инновацион белем биреү мөхитен булдырыу буйынса федераль программа сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21960/ 

Өфөнөң вуз-ара кампусында халыҡ сәнғәте телен дизайнер продуктына берләштерәләр
Өфөнөң вуз-ара кампусында халыҡ сәнғәте телен дизайнер продуктына берләштерәләр
Автор:Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте
Читайте нас