+28 °С
Болотло


Экскурсовод Айрат Миңлебаев уникаль урын тураһында ентекле һөйләне.
Йәш геологтар "Красноусол" шифаханаһының минераль һыу сығанаҡтарын да ҡыҙыҡһынып ҡараны. Эсмира Отрадных һәм Данил Горбачёв - курсташтар. Урал дәүләт тау университетының 2-се курсында белем ала:
- Был урын - геолог өсөн табыш. Киҫелеш - донъя башының нөктәһе. Тап уның буйынса Ер шарының үҫеш тарихын өйрәнәбеҙ. Геологтар күҙлегенән ҡарағанда, беҙҙең Рәсәйҙә ошондай уникаль урындар булыуы менән ғорурланабыҙ. Усолка киҫелешен ентекләберәк өйрәнер өсөн мотлаҡ кире ҡайтырбыҙ, - ти студенттар.