

- Быйыл ҡаҙаҡ туҡымаһын килтерҙек, әммә бында уйынсыҡтар аҙ. Ҡаҙағстанда үҙенсәлекле уйынсыҡтар яһаған оҫталар күп. Киләһе йылда беҙ байыраҡ төрлө күргәҙмә алып киләсәкбеҙ.
Фестиваль беҙгә бик оҡшаны. Беҙгә мотлаҡ хеҙмәттәшлек итергә һәм халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытырға кәрәк. Был йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ, - тине Сауле Таикешева.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 сентябрҙән 17-нә тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән Өфөлә беренсе «Әйҙә уйнарға» бөтә Рәсәй уйындар фестивале уҙа. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте һәм Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы ойошторҙо.