

Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшин тамашасыларға ҡурсаҡтарҙың ниндәй булыуын, уйынсыҡ-актер менән нисек идара итергә һәм персонаждың характерын нисек тапшырырға кәрәклеген һөйләне.
- Ҡурсаҡ театры актеры күренмәй: ул шаршау артына йәшеренгән. Уның ҡулында ҡурсаҡ ҡына - һәм ул тере кеше кеүек булырға тейеш, - тине Айрат Әхмәтшин.
Бәләкәй тамашасыларға таяҡтағы ҡурсаҡ, бирсәткә ҡурсаҡты күрһәттеләр - уны актерҙар «петрушка» тип атайҙар, һәм ҡурсаҡ-рукавичка. Ҡурсаҡсының ҡулы күренмәй, юғиһә тамаша сағыу тәьҫораттар тыуҙырмай - тамашасылар ҡурсаҡ менән кемдеңдер идара итеүен аңлай. Балалар ҙур ҡыуаныс менән мини-тамашаны ҡаршы алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 сентябрҙән 17-нә тиклем республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән Өфөлә «Әйҙә уйнарға» беренсе бөтә Рәсәй уйындары фестивале уҙа. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте һәм Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы ойошторҙо.