

Байрам программаһы Совет майҙанында яратҡан геройҙарҙың мультпарадынан башланды. Төп сәхнәлә матур тантаналы йөрөш малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы таң ҡалдырҙы!
«Ну, погоди!», «Простоквашино», «Оранжевая корова» әкиәттәре һәм йәнһүрәттәре, шулай уҡ «Союзмультфильм» киностудияһының башҡа картиналары йәш өфөләргә һәм ҡала ҡунаҡтарына күңелле интерактив программа алып килде. Парад Бремен музыканттары ойошторған бейеү флешмобы менән дауам итте.
Мультапарад көн һайын Өфөнөң Совет майҙанында көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана (0+).
14 сентябрҙән 17-нә тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Өфөлә «Әйҙә уйнайыҡ» Бөтә Рәсәй уйындар фестивале уҙа. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте һәм Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы ойошторҙо.