Мәҙәниәт
11 Сентябрь 2023, 12:33

«Алтын айыу балаһы» Өфөгә «Әйҙә уйнарға» фестиваленә килә

«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә 14-17 августа Өфөлә «Алтын айыу балаһы» милли премияһына ярашлы Балалар тауарҙары индустрияһы ассоциацияһы булышлығында «Балалар һайлауы» бөтә Рәсәй конкурсы этаптарының береһе уҙғарыла.

«Алтын айыу балаһы» Өфөгә «Әйҙә уйнарға» фестиваленә килә«Алтын айыу балаһы» Өфөгә «Әйҙә уйнарға» фестиваленә килә
«Алтын айыу балаһы» Өфөгә «Әйҙә уйнарға» фестиваленә килә

Фестиваль майҙансығы «Дочки-Матери», «Настолки на полке», «Покатайка», «Мин конструктор», «Мин рәссам» һәм «Алтын айыу балаһы өңө» кеүек тематик зоналар менән бер уйынға әүереләсәк. Иң оҡшаған уйынсыҡтар өсөн бер нисә номинацияла тауыш бирергә мөмкин: «Балалар һайлауы», «БабаДедаЗа», «ПапаМамаЗа», «Эксперт һайлауы».

«Һәр баланың үҙ тормошона ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә уның фекере ишетелергә, ә балалар проблемаларын хәл итеү балалары менән бергә һәм уларҙың психологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып башҡарылырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ. Бала менән диалогка йүнәлтелгән беҙҙең программа балаларҙың фекерен ишетеүҙән тыш, ата-әсәләрҙең иғтибарын балалар уйын мәҙәниәтенең мөһимлегенә һәм балалар уйыны ҡиммәттәренә йәлеп итеү маҡсатын ҡуя. Ә мин балаларыбыҙҙың беҙҙе, өлкәндәрҙе, яҡшыраҡ белеүҙәрен һәм уйынсыҡтарҙа уларҙы беҙҙән яҡшыраҡ уйлап сығарыуҙарын яҡшы беләм!» - тип билдәләне АИДТ президенты Антонина Цицулина.

«Әйҙә уйнарға» уйындар фестиваленең программаһы менән бында танышырға мөмкин.

(0+)

Автор:
Читайте нас