Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Сентябрь 2023, 10:34

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнө

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр. Байрамға 2020 йылда нигеҙ һалынды.

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнө
Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнө

Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә.

Ә Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Һәр халыҡтың үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлеге бар, һәм улар милли кейемдә сағылыш тапҡан. Уны халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре кеүек үк һаҡларға кәрәк.

Байрам саралары программаһын Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы сайтында ҡарағыҙ.

Байрам менән!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас