

Совет майҙанында балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы буласаҡ. Бөтә уйындар, уйынсыҡтар һәм уларҙың бала тәрбиәләүҙәге әһәмиәте тураһында. Шулай уҡ Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә етештерелгән сифатлы, хәүефһеҙ балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары яңылыҡтары ла була.
Байрамдың йәш ҡунаҡтарын уйынсыҡтар күргәҙмә-йәрминкәһе, иң яҡшы балалар тәжрибәләре, конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре, кинопробалар, квест-уйындар, популяр балалар һәм йәштәр коллективтарының сығыштары көтә. Шулай уҡ шәп йәнһүрәт геройҙары менән осрашыу һәм иң яҡшы балалар спектаклдәрен һәм анимация проекттарын күрһәтеү ҡаралған. Байрам флешмобына ҡатнашыусыларҙы «Союзмультфильм»дың элекке дуҫтары: Бремен музыканттары, Винни Пух һәм Пятачок саҡыра!
«Әйҙә уйнарға» уйындар фестиваленең программаһы һәм ҡатнашыу шарттары менән бында танышырға мөмкин.
(0+)