Шиғыр-поэмалар, мәҡәләләр яҙа. Район гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе. Туғыҙ китап авторы. Матбуғат менән дуҫлығы ҡырҡ биш йыл һәм, үҙенең етмеш йәшлек юбилейына бағышлап, яҡташтары оло байрам сараһы үткәрергә булдылар.
Редакция-нәшриәт коллективы абруйлы етәксенең тормош юлын сағылдырған буклеттар эшләп сығарҙы, бер ай алдан ижад кисәһе була тип, белдереүҙәр элделәр. Ойошма етәкселәренә билдәләнгән көнгә, сәғәткә саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырып сыҡтылар.
Мәҙәниәт йортоноң тамаша залы тулып бөтмәҫ, буш урындар ҡалыр тип, Ғәлим ағай туған-тыумаса, ҡоҙа-ҡоҙағый, кейәү-килен, бажа-балдыҙ, таныш-белештәренә ҡәҙәр махсус саҡырғайны. Ә ысынында иһә алма төшөр урын да ҡалманы. Әбей-бабай, ир-ат, ҡатын-ҡыҙ, йәше-ҡарты тигәндәй...
Алып барыусылар тантаналы шарттарҙа юбилярҙы сәхнәгә саҡырҙы. Олпат кәүҙәле ағай почетлы урынға, түрҙә торған ҡәнәфигә ултырҙы, өҫтәл авторҙың китаптары, ташҡа баҫылған мәҡәләләре, яҙмалары, сәскә гөлләмәләре менән биҙәлгән.
Иң беренсе булып ҡотлау өсөн һүҙ район хакимиәте башлығы урынбаҫарына бирелде.
– Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ! – тине лә һөйләй башланы. – Шәхсән мин үҙем Ғәлим Хәжимовичты бик яҡшы беләм. Ул атайымдың коллегаһы, бер ойошмала эшләнеләр. Күстәнәстәр тултырып беҙгә килә, бергәләп план, табель, смета, отчет төҙөйҙәр, предприятиеның киләсәге тураһында ҡайғырталар ине. Аллаға шөкөр, тип әйтәм инде, предприятие бар, эшләй... атайым ғына юҡ, алтынсы йыл инде...
...Ғәлим ағайҙың игелек-изгелектәрен онотмайбыҙ. Уның ҡул аҫтында эшләүселәр һәр ваҡыт беҙгә ярҙам иттеләр: ул баҡса эштәре, көтөү көтөүҙәр, утын, бесән әҙерләүҙәр, ремонт-төҙөү, төҙәтеүҙәр. Тағын-тағын...
Иғтибарлы, дуҫтарса мөнәсәбәттә булыуығыҙ беҙгә ныҡлы терәк. Һеҙ күрһәткән юлдан китеп, дәрәжәле урындарҙа эшләйбеҙ. Быныһы бер.
Ә ул яҙған әҫәрҙәр тыуған яҡ тәбиғәтен данлай, ауылдарыбыҙҙың сал тарихын, киләсәген тасуирлай. Мөхәббәттә яндыра, һағыштан әрнетә, илата, көлдөрә. Мәҡәләләре хеҙмәт кешеләре тураһында, иҡтисади мәсьәләләргә ҡағылышлы, үтемле. Шиғырҙарына яҙылған йырҙары район, республика сәхнәләрендә яңғырай. Был икенсе. Ҡыҙғаныс, юбилейҙы атайым ғына күрә алманы, бик шат булыр ине ул. Ғүмерҙәр... Ғәфү итегеҙ! Иҫтәлектәргә инеп киттем. Рәхмәт һеҙгә! – тип баш эйеп, бүләккә мультиварка тапшырҙы.
Залдағылар дәррәү ҡул сапты. Үҙешмәкәр сәнғәт әһелдәренең музыкаль сәләменән һуң, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы һүҙ алды. Ғәлим ағайҙы маҡтаны, эй маҡтаны, рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны, оҙон ғүмер, ҡоростай сәләмәтлек, ижад ялҡынының һүнмәүен теләне. Бүләк итеп быҙау, бер центнер ашлыҡҡа юллама менән конверт, Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
Мәктәп директоры, музыка уҡытыусыһы менән баянда уйнап, юбилярҙың һүҙҙәренә яҙылған йырын башҡарҙылар. Уҡыусылар исеменән сәрелдәк тауышлы ҡыҙ сығып йырланы. Һуңынан мәктәп хакимиәте ағайҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә, тыуған яғыбыҙҙы өйрәнеү, әҙәбиәт, мәҙәниәттә әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур роль уйнауын, үткер ҡәләмле, йырсы-шағир булыуын билдәләп үтте. Электр самауыры бүләк иттеләр.
Күптәр ҡотланы шағирҙы. Үҙен маҡтағанды үлеп яратҡан Ғәлим ағайҙың йөҙө балҡыны, ауыҙы йырылды. Туғандары ла ситтә ҡалманы. Төрлө яҡтан хуплау, дәртләндереү һүҙҙәре яңғыраттылар, рәхмәттәрен белдерҙеләр. Аҡыллы, тәрбиәле балалар үҫтергәндәрен дә әйтеп үттеләр. Әлбиттә, улар тормошта үҙ урындарын тапҡандар, ғаиләләре менән килгәндәр. Ейәндәре үҙ олаталарының шиғырҙарын яттан уҡыны.
Кисә бик матур, әҙәби-музыкаль йүнәлештә ҡоролғайны. Йомғаҡлау рәүешендә һүҙ тормош иптәше Хөрриә апайға бирелде. Ул, бер аҙ эште боҙоп, артығын һөйләп ташланы.
– Ҙур рәхмәт, ағайығыҙҙы ололауығыҙ өсөн! Бик һәйбәт йәшәнек, әле лә йәшәйбеҙ. Кәмһетмәне, ауыр һүҙ әйтмәне, һөйәркәләре булманы, тәмле телле булды. Тә-ә-әк, тағын нимәләр... Ә-ә, китап-дәфтәр, ручка-ҡәләм, ваҡытлы матбуғат менән йәш ваҡыттан уҡ “сирле”, гәзит-журналдар аҡтара, уҡый. Илһам килгән саҡтарында, ҡараңғылатылған "ижад” бүлмәһенә инеп, аяҡтарын йылы һыуға тығып, шәм тоҡандырып, өҫтәл эргәһенә ултыра. Элек даһиҙар шулай эшләгән тип кенә ебәрә. Етмәһә, мине саҡырып ала ла, янына ултыртып... шиғыр яҙҙыра. Дөрөҫөрәге, алдан яҙып ҡуям. Мөхәббәт лирикаһына килгәндә, ҡыҙҙарыбыҙҙың йәш саҡтағы шиғри блокноттарын аҡтара. Гәзиттәге мәҡәләләре лә минеке. Исем-фамилияһы ғына уныҡы. Бер мәл ниңә гел һин генә “яҙаһың” тигәс:
– Исем-шәрифең йәмһеҙ. Хөрриә Ибәтуллина тигән шағир буламы ни? Ә бына Ғәлим тигәне бар,– тип яуап бирҙе.
Шулай итеп, ҡырҡ биш йыл “яҙа” (йәшәү башлауыбыҙға ла шул уҡ ваҡыт үтеп киткән). Көн-төн тимәй, “шағирыбыҙ” “яҙа”. “Ныҡ” эҙләнде, соҡондо, шуға танылды хөрмәтлебеҙ. Улай булмаһа, туғыҙ китап “авторы” булыр инеме ни – тип ысын дөрөҫөн әйтеп бирҙе хәләл ефете.
Залдағылар: "А-а-аа-х-хх. Ҡарале һин уны... шағир, имеш, эксплуататор, алдаҡсы. Бөгөндән үк, Хөрриә ханым, уның менән айырылығыҙ, өс тапҡыр “талаҡ” тип ҡысҡырһағыҙ, ҡалғанын үҙебеҙ хәстәрләрбеҙ”, – тиеп, ултырған урындарынан тороп, таралыша башланылар...