Мәҙәниәт
26 Август 2023, 15:45

Төньяҡ баш ҡалала республика үҙенең туристик мөмкинлектәре менән таныштырҙы

Башҡортостан Республикаһы көндәрендә Санкт-Петербургта Дәүләт академия капеллаһы майҙансығында урындағы туроператорҙар төбәгебеҙҙең туристик мөмкинлектәре менән танышты.

Төньяҡ баш ҡалала республика үҙенең туристик мөмкинлектәре менән таныштырҙыТөньяҡ баш ҡалала республика үҙенең туристик мөмкинлектәре менән таныштырҙы
Төньяҡ баш ҡалала республика үҙенең туристик мөмкинлектәре менән таныштырҙы

Потенциаль партнерҙарға һәм Башҡортостандың этноихатаһы ҡунаҡтарына республикала туризмды үҫтереү тураһында БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Ғәлин һөйләне. «Торатау» геопаркының генераль директоры Артур Иҙелбаев һәм «Янғантау» геопаркы вәкиле Эдуард Хәбибуллин - үҙ биләмәләренең уникаль үҙенсәлектәре, ә «Сикһеҙ донъя» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Светлана Сулимова «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» акцияһы тураһында бәйән итте. Уның ярҙамында пенсионерҙар Башҡортостан буйлап бушлай сәйәхәт итә ала. Ҡунаҡтарға, моғайын, «Terra Bashkiria» ролигы менән танышыу ҡыҙыҡ булғандыр, уның авторы һәм «Парадокс Бокс» студияһының арт-директоры Илшат Байбурин үҙенең илһам сығанаҡтары хаҡында хәбәр итте.

Яуап һүҙен Санкт-Петербург ҡала туристик-мәғлүмәт бюроһының дәүләт программаларын планлаштырыу һәм үтәү буйынса генераль директор урынбаҫары Юлия Бондарева алды. Ул бөтә ил туристарын Невалағы ҡала нимәһе менән йәлеп итеүенең серен асты.

Сарала Башҡортостандан туғыҙ туроператор ҡатнашты, улар Санкт-Петербургтағы коллегалары менән әүҙем аралашты һәм улар өсөн бүләктәр әҙерләне: бүләктәр уйнатылды, улар араһында турҙарға путевкалар һәм башҡорт сувенирҙары бар ине.

- 2004 йылда Башҡортостандан Санкт-Петербургка күскән булһам да, «Балт Тур» компанияһын етәкләйем. Тыуған ҡалам - Учалы, - тип һөйләне «Республика Башкортостан» хәбәрсеһенә Рушана Насирова. - Элек беҙ Европаға эшләнек, хәҙер, ул беҙҙең өсөн ябылғанда, географиябыҙҙы киңәйтәбеҙ. Ҡайһы бер туристар Башҡортостанға элек тә килә торғайны. Бөгөн беҙ Башҡортостан туроператорҙары менән таныша, бәйләнештәр менән уртаҡлаша алдыҡ. Бергәләп эшләйәсәкбеҙ! Башҡортостанда геопарктар барлыҡҡа килде, һеҙ алға бараһығыҙ. Был бик яҡшы, сөнки республикала - матур тәбиғәт, уға һаҡсыл ҡарауҙарын, балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ өсөн һаҡлауҙарын теләйем.

Рушана, Санкт-Петербургта үткән Башҡортостан көндәрендә булыуы ҡыуаныслы булды, тип өҫтәне: бал, самауыр сәйе, артистарҙың кейемдәре - бала саҡҡа ҡайтҡандай итте!

Мария СНЫТКИНА.

Фото: Александр ДАНИЛОВ.

Автор:Газета "Республика Башкортостан"
Читайте нас