Мәҙәниәт
25 Август 2023, 05:05

Өфө ҡотопсолары музейы Невалағы ҡалала күргәҙмә асты

Бөгөн, 24 августа, Санкт-Петербургтағы Арктика һәм Антарктика Рәсәй дәүләт музейында В.И. Альбанов исемендәге «Башҡортостан моряктары Ватанға хеҙмәт иткәндә!» полярсылар музейының күсмә күргәҙмәһе асылды. Тантаналы сара бер үк ваҡытта Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәренә старт бирҙе.

Когресс-бюро Башкортостана  Өфө ҡотопсолары музейы Невалағы ҡалала күргәҙмә астыКогресс-бюро Башкортостана  Өфө ҡотопсолары музейы Невалағы ҡалала күргәҙмә асты
Өфө ҡотопсолары музейы Невалағы ҡалала күргәҙмә астыФото:Когресс-бюро Башкортостана

Сарала ҡатнашыусыларҙы БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина сәләмләне. Ул Арктика һәм Антарктика музейҙарына Өфөнөң Ҡотопсолар музейы менән йылы осрашыу һәм аралашыу өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Иң йәш музейыбыҙҙы яратабыҙ, - тип билдәләне ул. - Башҡортостан диңгеҙҙән алыҫ. Полярниктар музейы ла оазис булып хеҙмәт итә, ул батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ тураһында һөйләй. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: уның Санкт-Петербургтағы экспозицияһы ошо уҡ көндәрҙә Петропавловск ҡәлғәһендә үтәсәк Арктика салонына тап килә.

Арктика һәм Антарктика музейы директоры Наталья Петрова, үҙ сиратында, ике музей араһындағы бәйләнештәр йылдан-йыл нығына һәм бөгөн уларҙы дуҫтарса профессиональ тип атарға мөмкин, тип билдәләне. Питерҙар «Альбанов уҡыуҙары»нда ҡатнаша, өфөләр Нева буйындағы ҡалаға төрлө күргәҙмәләргә килә.

- Санкт-Петербург музейы менән хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, - тине В. Альбанов исемендәге Полярниктар музейы мөдире вазифаһын башҡарыусы Оксана Мальцева. - Был - ҙур, йөҙ йылға яҡын тарихлы федераль музей. Бында беҙҙең өсөн әһәмиәтле уникаль беренсе сығанаҡтар һаҡлана. Хеҙмәттәшлекте дауам итербеҙ.

Бөгөнгө күргәҙмә ҙур түгел. Ә иң мөһиме, уның бөйөк кешеләр тураһында һөйләүе тарих менән хәҙерге заманға бәйле. Ә киләһе йылда Арктика музейы Брусилов-Альбанов экспедицияһының Вениамин Каверин ижадына йоғонтоһона арналған «Каверин 2.0» проекты сиктәрендә беҙгә экспозиция килтерәсәк.

Арктика музейындағы күргәҙмә ҡунаҡтары «Өфө» һыу аҫты кәмәһе макеты, көнкүреш әйберҙәре, Башҡортостандан сыҡҡан хәрби моряктар Сергей Янович, Анатолий Лифшиц, Владимир Маслов һәм башҡаларҙың биографияларынан фотоһүрәттәр, китаптар һәм өҙөктәр менән таныша алды. Сергей Яновичтың биографияһы, мәҫәлән, уның уйлап сығарған үҙенсәлекле, ярым һыу аҫты кәмәһе һыҙымдары менән оҙатылған. Өс йыл эсендә Өфө музейы Башҡортостанда тыуған ҡотопсолар тураһында өс йыйынтыҡ сығарған һәм улар хаҡында мәғлүмәт йыйыуын дауам итә.

- Диңгеҙ ҡайҙа ла, Башҡортостан ҡайҙа? Әммә республикабыҙҙан 45 меңгә яҡын егет флотта хеҙмәт иткән. Беҙҙең ерҙән 35 кеше адмирал булды, - тип билдәләне күргәҙмәне асыу тантанаһында БР Диңгеҙселәр йыйылышы рәйесе Юлай Моратов. - Бөгөн төбәгебеҙҙә өс шефлыҡ карабы бар: «Иван Грен» ҙур десант карабы, «Сообразительный» корветы һәм «Өфө» һыу аҫты кәмәһе. Уларҙың барыһы ла быйыл тәүгә Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты парадында ҡатнашты. Полярсылар музейы яҡташтарыбыҙ араһында ҙур популярлыҡ яуланы һәм Башҡортостандың диңгеҙ менән бәйләнешен нығытты.

Музейҙың абруйлы ҡунаҡтары - Башҡортостанда йәшәүсе моряктар күргәҙмә презентацияһы айырыуса йылылыҡ өҫтәне. Улар: запастағы генерал-майор Риф Сәхәбетдинов; Рәсәй Геройы, запастағы 1-се ранг капитаны Константин Сурков; запастағы 1-се ранг капитаны, Санкт-Петербургтың Хәрби-диңгеҙ базаһы контрразведкаһы начальнигы Әсхәт Йомағужин һәм башҡалар.

«Башҡортостан моряктары Ватанға хеҙмәт иткәндә!» күргәҙмәһе Арктика һәм Антарктика музейҙарында 30 сентябргә тиклем эшләйәсәк. Экспонаттар эргәһендә QR-кодтар ҡуйыла, улар буйынса теләгән һәр кем аудиоэкскурсия тыңлай ала.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/cotsium/2023-08-24/muzey-polyarnikov-iz-ufy-otkryl-vystavku-v-gorode-na-neve-3403718 

 

Автор:Газета "Республика Башкортостан"
Читайте нас