

Сара ҡунаҡтары театр ҡурсаҡтарын яҡынданыраҡ күрә, ҡурсаҡ театры актерҙары ролендә үҙҙәрен һынай һәм башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡарай аласаҡ.
Шулай уҡ был көндәрҙә тамашасылар Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының иң касса спектаклдәрен: рус халыҡ әкиәте буйынса «Ҡыр ҡаҙҙары» музыкаль әкиәтен, «Муха-Цокотуха» спектаклен һәм өлкәнерәктәр аудиторияһы өсөн Александр Пушкиндың «Каменный гость» пьесаһы мотивтары буйынса сәхнә әҫәрен ҡарай ала.
2016 йылда Өфөлә «Муха-Цокотуха» спектаклен Яр Саллынан режиссер Игорь Клюев сәхнәләштерҙе. Постановка һәр саҡ аншлаг йыя.
Өс йыл элек Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актрисаһы Татьяна Кузьменко ҡуйған «Ҡыр ҡаҙҙары» тигән рус халыҡ әкиәтен быйыл майҙа Яр Саллы ҡалаһында «Эшсе ат» төбәк-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивалендә жюри ағзалары юғары баһаланы һәм уны «Иң яҡшы актёр ансамбле» номинацияһында лауреат Дипломы менән билдәләне.
«Каменный гость» спектакленең премьераһы яңыраҡ, 2023 йылда булды. Ҡуйыусы режиссёр - Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова, ҡуйыусы рәссамдар - Светлана Степанова һәм Наталья Бирюкова.
Лариса ШЕПЕЛЕВА.