Мәҙәниәт
22 Август 2023, 04:43

Башҡортостанда «Әйҙә уйнайыҡ» Бөтә Рәсәй уйын фестивале уҙа

14-17 сентябрҙә Өфөлә «Әйҙә уйнайыҡ» Бөтә Рәсәй уйын фестивале үтә. Фестиваль фән, мәғариф, сәнәғәт, ата-әсәләр һәм балалар йәмәғәтселеге белгестәре өсөн бала саҡтың уйын мәҙәниәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса берҙәм майҙансыҡҡа әйләнәсәк.

Башҡортостанда «Әйҙә уйнайыҡ» Бөтә Рәсәй уйын фестивале уҙаБашҡортостанда «Әйҙә уйнайыҡ» Бөтә Рәсәй уйын фестивале уҙа
Башҡортостанда «Әйҙә уйнайыҡ» Бөтә Рәсәй уйын фестивале уҙа

Фестивалдең төп ваҡиғаһы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы, Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы вәкилдәре, төп эксперттар ҡатнашлығында «Уйынға ҡарағанда күберәк: Рәсәй уйын сәнәғәтенең роле, әһәмиәте һәм үҫеш нөктәһе» темаһына арналған пленар ултырыш буласаҡ.

Фестиваль Өфөнөң яңыртылған Совет майҙанында уҙа. 4 көн дауамында майҙансыҡ Рәсәй уйынсыҡтар етештереүселәренең, йәнһүрәт геройҙарының күргәҙмә-йәрминкәһе, иң яҡшы балалар тәжрибәләрен күрһәтеү урыны буласаҡ. Фестивалдең киске программаһында саҡырылған популяр артистар сығышы һәм көн һайын ойошторолған киске йәнһүрәт күрһәтеүҙәр ҡаралған.

Фестиваль көн һайын сәғәт 10.00-дан 22.00 сәғәткә тиклем эшләй (0+).

31 авгусҡа тиклем ошо һылтанма буйынса эшлекле программаға теркәлергә йәки фестиваль ҡатнашыусыһы булырға мөмкин.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас