

26 авгусҡа планлаштырылған сарала Башҡортостандың алдынғы туроператорҙары: «Магазин путевок», «Милли туроператор компанияһы», «Тархан», «Вэлком РБ», «Пилигрим», «Полесье», «Бөрө сауҙагәрҙәре», «Селектинг үҙәге», «Крекс» туристик фирмаһы, «Сикһеҙ донъя» ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ презентацияла «Торатау» геопаркы» һәм «Янғантау» геопаркы», Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге һәм «Красноусол» шифаханаһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы Санкт-Петербург туроператорҙарын һәм туристик агентлыҡтарын, төньяҡ баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын был бизнес-миссияға, Башҡортостандың туристик тәҡдимдәре менән танышырға һәм туроператорҙар менән интернет-һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашырға саҡыра.
Майҙансыҡта республика туроператорҙары коллегаларына төбәгебеҙгә туристик сәфәрҙәрҙең ваҡиғалары, инфраструктураһы һәм гастрономия өлөшө хаҡында һөйләйәсәк. Ҡунаҡтарҙы башҡорт аш-һыуы һәм эсемлектәре көтә. Программа аҙағында Башҡортостан туроператорҙарынан бүләктәр уйнатыу ҡаралған.
Башҡортостандың туристик ҡеүәте менән таныштырыу буйынса бизнес-миссия Санкт-Петербург ҡалаһы, Мойки йылғаһы буйы, 20-се йорт адресы буйынса Дәүләт академия капеллаһында үтәсәк. 11.30 сәғәттә башлана.
Альбина ЗУБАРЕВА.