

Эсемлекте ҡулланыуҙың иң иртә осоро энеолит дәүеренә тура килә. Был 5500 йыл элек! Сусамыр үҙәнендә бейә һөтө эҙҙәре менән кәзә тиреһенән тегелгән күн сумкалар табылған. Һәр ырыуҙың был эсемлекте әҙерләүҙең үҙ рецебы булған. Уны сер итеп тотҡандар.
Ҡымыҙ тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙең береһен ул скифтарҙың көнкүрешен һүрәтләгән боронғо грек тарихсыһы Геродоттың хеҙмәттәрендә табырға мөмкин. Геродотҡа ярашлы, скифтар ҡымыҙ тураһында «мәғлүмәт таралыуҙан» шул тиклем ҡурҡа, хатта уны әҙерләү ысулын белгәндәрҙе һуҡырайта.
Әлеге ваҡытта Ҡаҙағстанда, Монголияла, Ҡырғыҙстанда, Рәсәй Федерацияһының бер нисә субъектында ҡымыҙ киң ҡулланыла. Улар - Ростов, Тверь, Ярославль өлкәләре, Мари Иле Республикаһы, Алтай, Яҡутстан. Башҡортостан алдынғы урындарҙы биләй. Рәсәй ҡымыҙының 63 проценты Башҡортостан Республикаһында етештерелә.
Был ял көндәрендә, 11-13 августа, Граф күле янындағы «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивалендә төрлө ҡымыҙҙан ауыҙ итергә мөмкин буласаҡ.