Мәҙәниәт
2 Август 2023, 10:05

«Башҡорт аты» фестивалендә иң оҫта эйәр аҫты япмаларын яһаусыларҙы һайлайҙар

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивалендә «Сергетыш» башҡорт традицион вальтрапының иң яҡшы оҫтаһы-әҙерләүсеһе» конкурсы уҙғарыла. Унда ҡатнашыуға тәүге 22 ғариза бирелеүе хаҡында конкурстың ойоштороу комитеты хәбәр итә.

«Башҡорт аты» фестивалендә иң оҫта эйәр аҫты япмаларын яһаусыларҙы һайлайҙар«Башҡорт аты» фестивалендә иң оҫта эйәр аҫты япмаларын яһаусыларҙы һайлайҙар
«Башҡорт аты» фестивалендә иң оҫта эйәр аҫты япмаларын яһаусыларҙы һайлайҙар

«Серге» боронғо төрки теленән тәржемә иткәндә «туҡыма япма» тигәнде аңлата. Ул аттың арҡаһын һаҡлау өсөн эйәр аҫтына һалына.

- Элек башҡорттарҙа башлыса кейеҙ сергетыш ҡулланылған. Йыш ҡына ул тыштан күн менән кәпләнгән. Ҡатын-ҡыҙҙар вальтрапын төрлө фигуралар, биҙәктәр, сигеүҙәр, суҡтар менән биҙәгәндәр. Сергетышты әҙерләү һуңғы тиҫтә йылда онотола башланы, шуға күрә был һөнәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү өсөн «Башҡорт аты» фестивалендә оҫталыҡ дәрестәре араһында конкурс үткәрергә ҡарар иттек, - тип аңлатты Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Хәмдиә Дәүләтова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттар фестивале 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында уҙа. Фестиваль башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға, йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ эшләү традицияларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға, халыҡ кәсептәрен һәм милли уйындарҙы яҡлауға йүнәлтелгән.

Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/kultura/2023-08-01/na-festivale-bash-ort-aty-vyberut-luchshego-mastera-podsedelnyh-nakidok-3368447  

Автор:Газета "Республика Башкортостан"
Читайте нас