

Фестиваль биләмәһенә инеү бушлай. Онлайн-теркәү генә талап ителә. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге маҡсатында шәхси әйберҙәрҙе тикшереү ҙә ҡаралған.
Сараға килеүселәргә - улар араһында өфөлөләр ҙә, Башҡортостан ҡунаҡтары ла бар, бөтә формалы һәм төҫлө мунсалар ҡуйылған. Улар күл буйында урынлашҡан. Парландырыусылар кешеләрҙе иң файҙалы миндектәр менән бушлай сабынырға саҡыра. Унан, ҡыҙып-ҡыҙып, ҡәнәғәтләнеп, күлгә сумалар. Өс тын тултырмалы йәмәғәт мунсаһы ла бар. Парланырға яратмағандар өсөн массаж, СПА-процедура һәм хатта ҡаҙаҡта баҫып тороу ҙа ҡарлаған. Шулай уҡ нервыларҙы тынысландырыр өсөн ҙур һауыттағы үлән төнәтмәле һыуға сумырға мөмкин. Үҙенсәлекле әйберҙәр яратыусыларға оҫталар йәрминкәһе ойошторолдо.
- Фестиваль ошо оҫталыҡ буйынса Волга буйы федераль округы чемпионаты һәм Рәсәй чемпионатының һайлап алыу этабы менән тап килде, - тине милли мунса ассоциацияһының баш судьяһы Сергей Нестеров. - Беренсе урын яулаусы Волга буйы федераль округы исеменән 12 августа Суздалдә Рәсәй чемпионатында ҡатнаша. Был сараны беҙ 14 йыл үткәрәбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "На Рахате" фестивале 29 һәм 30 июлдә Өфөлә үтә (12+).
Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-07-29/v-ufe-otkrylsya-vserossiyskiy-bannyy-festival-3363817