

Әгәр төп иҡтисади эшмәкәрлеге кинематография менән бәйле булһа, бер йыл элек алдан теркәлгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ғариза бирә ала.
Ғаризалар 2023 йылдың 1 авгусынан 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә.
Конкурстың йүнәлеш тематикалары:
“Тарихи һәм мәҙәни хәтер" - күренекле эшмәкәрҙәргә, республика һәм ил тарихындағы мөһим ваҡиғаларға, төп дәүләт байрамдарына һәм иҫтәлекле даталарға арналған проекттар.
“Балаларға - мөһим нәмә тураһында” тәрбиәүи характерҙағы балалар өсөн ҡыҫҡа һәм тулы метражлы нәфис фильмдар.
"Дуҫлыҡ республикаһы" - Башҡортостанда милләт-ара, этник-ара һәм конфессия-ара аралашыу мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе проекттар.
"Заманса мәҙәни код" - республиканың хәҙерге тормошона һәм уның халҡына, уларҙың проблемаларына һәм ҡаҙаныштарына арналған проекттар.
"Башҡортостан – 2030» - Киләсәк республикаһы" - республиканың киләсәгенә һәм уның мөмкин булған үҫеш юлдарына арналған проекттар.
"Әҙәби мираҫ" - башҡорт һәм республиканың башҡа халыҡтары әҙәбиәтен һәм драматургияһын экранға сығарыу.
“Гражданлыҡ”- социаль проекттарҙы тормошҡа ашырғанда коммерцияға ҡарамаған ойошманың эшмәкәрлеген күрһәткән, социаль үҙгәреш индереүсе лидерҙарҙың һәм уларҙың хеҙмәтенән файҙа күреүселәрҙең яҙмышы тураһындағы проекттар.
“Геройҙар заманы” - ҡатмарлы экстремаль хәлдәрҙә үҙен лайыҡлы күрһәткән кешеләр тураһындағы патриотик проекттар һәм башҡалар.
"Атайсал" изге эштәр” - бәләкәй Ватанын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән кешеләр һәм республикаға ярҙам иткән Башҡортостан кешеләре хаҡындағы проекттар.
“Һинең тауыш" – электораль мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар.
Конкурс тураһындағы ентекле мәғлүмәт һәм ҡағиҙәләр менән Башҡортостан Башлығы Гранттары сайтында танышығыҙ: https://vk.cc/cpyPZN
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Сығанаҡ: https://vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_2100