

Фильмдың нигеҙендә — республика киң мәғлүмәт сараларының материалдары, алғы һыҙыҡтан уникаль кадрҙар. Унда мобилизацияланған һәм үҙ теләге менән яуға киткән яҡташтарыбыҙҙың Тыуған илебеҙҙе һаҡлауы, тылда яугирҙәргә нисек ярҙам итеүҙәре хаҡында һөйләйҙәр.
«Башҡортостан. Хроника... » серияһынан тағы бер фильм төшөрҙөк. Был юлы махсус хәрби операцияға арнала. Ошо фильм да — көслө һәм ҡыйыу яҡташтарыбыҙ, яңы саҡырыуҙар хаҡында», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
«Башҡортостан. Хроника. Махсус хәрби операция» фильмы кесаҙна һәм йома киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелә.