Мәҙәниәт
19 Июнь 2023, 11:00

Музей янында

Район үҙәгенә үҙ йомоштарым менән йөрөй торғас, туфлиҙарымдың үксәләре шымара башланы. Аҡса янсығы ла көндән-көн йоҡара. Инде береһен ыңғайланыҡ тигәндә, икенсе мәсьәлә килеп тыуа. Бер нисә тапҡыр райүҙәккә юҡҡа ла киленде. Ә бөгөн иртәрәк барылған икән, контора асылырға бер сәғәтләп ваҡыт бар.

Музей янындаМузей янында

Районыбыҙҙың мәҙәниәт йорто урынлашҡан скверға туҡталдым. Афишалар ҡарайым. Белдереүҙәр менән танышҡас, ары киттем. Башымды күтәреп ҡараһам, ҡаршымда Салауат Юлаев музейы тора. Нисә тапҡыр шунан үтеп йөрөп, күрмәгәнмен. Музей янында шундай тыныс, йән бер төрлө рәхәтлек кисерә. Мин күңелемдән генә батыр менән һөйләшәм: “Салауат ағай, ни эшләп күрмәгәнмен? Әллә һинең дә берәй йомошоң бар инеме? Улай булһа, һин миңә лә ярҙам ит. Һинең бит шиғырҙарыңдағы һәр бер һүҙең хәнйәр кеүек үткер. Таш бәғерҙе лә иретерлек. Йәшен уты кеүек”
Шулай оҙаҡ ҡына баҫып торғандан һуң, батырайып, ышаныслы, ныҡлы аҙымдар менән ишекте тартып асып, эскә үттем. Оҙаҡ та көтөргә тура килмәне, секретар (менеджермы) ҡыҙ килеп сыҡты. “Ағай, ҡабул итеп алығыҙ, документтарығыҙ әҙер”, – тип ҡулындағы папкаһын миңә һуҙҙы. Мөғжизәләр хәҙерге көндә лә була икән. Күрәһең, батырыбыҙҙың изге рухына тоғро булһаҡ, улар әле лә беҙгә ярҙам итеп, беҙҙе яманлыҡтарҙан һаҡлап торалыр.

Илбарис Сәлимхан.
Тирмән ауылы.

Автор:Илбарис Сәлимхан. Тирмән ауылы.
Читайте нас