Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Май 2023, 16:00

Салауат районының сигелгән картаһында башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаев төшөрөлгән

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың сигелгән картаһы» проектының эше дауам итә. Салауат районының сигелгән картаһында башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаев төшөрөлгән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.

Салауат районының сигелгән картаһында башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаев төшөрөлгән
Салауат районының сигелгән картаһында башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаев төшөрөлгән

Композицияның уртаһында муниципалитет гербы һәм Салауат Юлаев урынлашҡан. Картала райондың ынйыһы булған «Янғантау» шифаханаһы ла һүрәтләнгән. Күк төҫ – Ҡорғаҙаҡ минераль һыу сығанағы, һул яҡтағы өҫкө мөйөштә – Бейектау, уң яҡта аҫта – Таштирмә, Салауат Юлаевтың тыуған төйәге Тәкәй ауылы урынында урынлашҡан, ул декоратив тәңкәләрҙән эшләнгән.

– Беҙҙең райондың картаһы тамбур менән ҡайылған. Миңә был техника бик оҡшай, эшем сағыу, үҙенсәлекле килеп сыға. Таштирмә декоратив тәңкәләрҙән эшләнгән. Улар районыбыҙҙың ҡаялы, таулы урындарының символы итеп картаның ситтәренә тегеп сығылған, – ти Салауат районының Комсомол ауылында йәшәгән оҫта сигеүсе Гөлдәр Шәбиева.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостандың сигелгән картаһы» республика проекты Башҡортостан Башлығы грантына бойомға ашырыла.  26-28 майҙа Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ошо проекттың презентацияһы була. 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: