Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Май 2023, 12:11

Билдәле башҡорт яҙыусыларының эштәрен белорус теленә тәржемә итергә йыйыналар

«Беларусь яҙыусылары союзы» йәмәғәт берекмәһе рәйесе Александр Карлюкевич һәм «Беларусь» нәшриәте етәкселеге 26-28 майҙа Өфөлә үтәсәк «Китап-Байрам» беренсе халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнаша.

Билдәле башҡорт яҙыусыларының эштәрен белорус теленә тәржемә итергә йыйыналар
Билдәле башҡорт яҙыусыларының эштәрен белорус теленә тәржемә итергә йыйыналар

Йәрминкәлә Мостай Кәримдең, Заһир Исмәғилевтың һәм белорус авторҙары Василий Быковтың, Янки Купаланың һ.б. эштәренең нәшриәтен белорус һәм башҡорт телдәрендә ойоштороу мөмкинлеге тикшереләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

- Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы Вәкиле К.Д. Климин һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының берлектәге эшмәкәрлеге арҡаһында беҙ Башҡортостан менән Беларусьтың мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлеген киңәйтәбеҙ. Туғандаш республикала йәшәүселәр данлыҡлы яҙыусыларыбыҙҙың эштәрен лайыҡлы баһалар тип ышанам. Уның һөҙөмтәләрен 26-28 июндә Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумында күрһәтәсәкбеҙ, - тине Маргарита Болычева.

Шулай уҡ сарала Беларусь Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары, шулай уҡ Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте дәүләт унитар предприятиеһы һәм «Беларусь» нәшриәте» предприятиеһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.

Белешмә өсөн: «Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе - әҙәбиәт донъяһында ҙур ваҡиға, ул бөтә донъя авторҙарына, нәшриәттәренә, китап магазиндарына һәм уҡыусыларға тәжрибә уртаҡлашырға һәм китаптарҙы таратыу өсөн яңы мөмкинлектәр табырға ярҙам итә. «Китап-байрам»да ҙур нәшриәттәр, китап магазиндары, моделле китапханалар, шулай уҡ яҙыусылар, рәссамдар, драматургтар һәм сәнғәт белгестәре ҡатнаша. Йәрминкә барышында, яңы китаптар һатыуҙан тыш, танылған әҙиптәр менән осрашыуҙар, шулай уҡ йәш авторҙарҙың ижады менән танышыу ойошторола.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20880/ 

Автор:
Читайте нас: