Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Апрель 2023, 10:25

Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе башҡорт теленән диктант яҙырға саҡырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала йәшәүселәрҙе башҡорт теленән диктант яҙырға саҡырҙы. 

Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе башҡорт теленән диктант яҙырға саҡырҙы
Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе башҡорт теленән диктант яҙырға саҡырҙы

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бөгөнә, 20 апрелдә, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант ойошторола.

«Акцияны йыл һайын үткәрәбеҙ, республикала ғына түгел, унан ситтә лә. Ҡатнашыусылар йылдан-йыл күбәйә. Башҡортса диктантты сит илдәрҙә лә яҙалар, был бик ҡыуаныслы, — тип яҙҙы республика Башлығы. — Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн күп эштәр башҡарабыҙ, айырыуса балалар һәм йәштәр араһында. Әйтәйек, яңы, заманса уҡытыу методикалары, мәктәптәрҙә йәш уҡытыусылар, киң мәғлүмәт сараларында сағыу проекттар. Халыҡ-ара диктант — ошондай эштең яҡшы өлгөләренең береһе».

Башҡорт теленән диктантты онлайн, өйҙә йәки майҙансыҡтарҙың береһендә яҙырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт — диктанттың рәсми сайтында: https://bashdictant.ru/

«Ситтә ҡалмағыҙ. Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр», — тигән башҡорт мәҡәле менән йомғаҡланы һүҙен Радий Хәбиров.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: