Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Апрель 2023, 18:24

Башҡортостанда Милли кейем көнө үтә

20 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә.

Башҡортостанда Милли кейем көнө үтә
Башҡортостанда Милли кейем көнө үтә

Төп байрам сараһы Өфөнөң «Планета» сауҙа үҙәгендә үтәсәк. Келәмдә Башҡортостандың төрлө халыҡтарының сәхнә костюмдары урын аласаҡ.

Башҡортостандың «Ағиҙел» художество кәсептәре етендән актуаль коллекция әҙерләгән. Костюмдарҙа сығыш яһаусы һәр кеше алып барыусыларҙың һөйләүе менән оҙатылып барасаҡ.

Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар төрлө йәшкә иҫәпләнгән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала: «Башҡорттарҙың түшелдереге», «Татарҙарҙың милли баш кейеме һәм орнаменты», «Рустарҙың сепрәк ҡурсаҡ «һаҡлағысы», «Сыуаш орнаментлы алҡалар һәм ике яҡлы сигеү», «Белорус сепрәк ҡурсағы», «Этник стилдәге башҡорт брошкаһы», «Беләҙек эшләү», «Тамбур сигеүе», «Кейеҙҙән әйберҙәр», «Таҫма менән сигеүҙәр».

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: