Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Март 2023, 16:10

Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтә

18 мартта Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуына бағышланған “Ҡырым яҙы” фестивале” тип аталған байрам саралары ойошторола. Властар уларҙы асыҡ майҙансыҡтарҙа – майҙандарҙа, парктарҙа, скверҙарҙа, яр буйҙарында, ауыл хужалығы йәрминкәләрендә, шулай уҡ музей, мәҙәниәт һарайы, концерт залдары, күргәҙмә залдарында ойоштора. Тулы исемлек менән таныштырабыҙ.

Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтә
Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтә

13-17 мартта

Өфөлә республика Хәрби Дан музейы “Ҡырым – 1944” мәғариф лекциялары уҙғара. Лекторий барышында 1944 йылда Ҡырым ярымутрауын немец ғәскәрҙәренән азат итеү һәм Башҡортостанда тыуып үҫкән замандаштарыбыҙ – Ҡыҙыл Армияның һөжүм итеү операцияһында ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт биреләсәк.

14-17 мартта

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы мәктәп уҡыусылары өсөн “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡырымды азат итеүсе яҡташтарыбыҙ” мәҙәни-мәғариф сараларын уҙғарасаҡ. Ҡырым күгендә беҙҙең ҡурҡыу белмәҫ летчиктар көрәшкән, улар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова ла булған. Ҡырымда артиллерист Тажетдин Ғиләжетдинов (2012 йылдың авгусында вафат булды, Башҡортостанда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройҙарының һуңғыһы), пулеметсылар взводы командиры Иван Бережный һ.б. алыша.

17 март                           

Өфөлә Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында 8-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусыларының фортепиано музыкаһы концерты үтә (17.00 сәғәттә башлана, 12+).

17 март - 17 апрель

Республика Хәрби Дан музейында “Севастополь – рус даны ҡалаһы” электрон күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Ул музейҙың сайтында https://rmbs-ufa.ru/  “Еңеү территорияһы”  халыҡ-ара проекты сиктәрендә тәҡдим ителә. Күргәҙмәнең төп бүлеге 1941 йылдың 30 октябренән 1942 йылдың 4 июленә тиклем Севастополдең героик оборонаһына арналған.

18 март

Республика халҡы “Ҡырым” нәфис фильмын (16+) ҡарай ала (Рәсәй, 2017 йыл, сюжет ысынбарлыҡ ваҡиғаларға ҡоролған, фильм Рәсәй һәм Украина офицерҙарына арналған). Кино күрһәтеү фонды субсидиялары сиктәрендә Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Межгорье, Мәләүез, Нефтекама, Учалы, Яңауыл ҡалаларында, Аҡъяр, Асҡар, Бүздәк, Борай, Үрге Йәркәй, Ермолаево, Йылайыр, Иглин, Инйәр, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Красноусол, Краснохолм, Кушнаренко, Мораҡ, Приютово, Раевский, Иҫке Балтас, Иҫке Собханғол, Стәрлебаш, Талбазы, Учалы, Саҡмағош, Шаран, Языково ауылдарында яңыртылған кинозалдарҙа үтәсәк.

Өфөлә М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында, музыкаль ҡунаҡханала, “Ҡырым яҙы” республика музей акцияһы үтә. Башҡортостан Республикаһының Милли музейына килеүселәр өсөн “Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр: 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнашыусылар” күргәҙмәһен ойошторған. Ҡырым һөжүм итеү операцияһы ваҡиғалары (1944 йылдың 8 апреле – 12 майы), Советтар Союзы Геройҙары, Ҡырымды азат итеү ваҡиғаларында ҡатнашыусылар һәм башҡалар тураһында экскурсия була.

Өфө “Нур” дәүләт театрының ҙур залы фойеһында 10.00 сәғәттә “Баҡсаһарай фонтаны” спектакленән фотосюжеттарҙың тематик күргәҙмәһе, 12.00-лә “Юлда яҡтылыҡ алған” театрлаштырылған тамашанан фотосюжеттар күргәҙмәһе асыла, 14.00 сәғәттә тамашасылар “Нур” театры артистары башҡарыуында Ҡырым һәм Кавказ халыҡтары йырҙарының видеояҙмаларын ҡарай ала https://www.youtube.com/channel/UCMeRdtqGcURZcIAYpOjhvBQ , https://vk.com/nurteatr , https://ok.ru/profile/572484107628 , https://t.me/teatrnur  (16+).

19 март Өфө “Нур” татар дәүләт театры ҡунаҡтарҙы “Ҡырым һәм Рәсәй – бер яҙмыш!” әҙәби-музыкаль ҡунаҡханаһына саҡыра. Сара 18.00 сәғәттә башлана (16+).

Айгөл Нурғәлиева.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-03-16/v-bashkirii-proydyot-festival-krymskaya-vesna-3179136 

Автор:Газета "Республика Башкортостан"
Читайте нас: