Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Февраль 2023, 08:00

Фарман

Ҡабул госпиталенән яралылар менән осоп барған вертолетты мөжәһидтәр шартлатыуы һөҙөмтәһендә иҫән ҡалған яугирҙе килтерҙеләр. Тажик милләтенән, Фарман исемле икән.

Фарман
Фарман

Госпиталгә һалғас, табиптар уға “күлдәктә тыуған”һың тинеләр. Ул көлөп кенә ҡуя, ни өсөн тигәндә, русса насар һөйләшә, акценты көслө, өҫтәүенә яралары ла ауыр. Уның аяҡтары, һыңар ҡулы ҡырҡылғайны. Бөтә тәне шәмәхә төҫөндә, бешкән урындары, яра эҙҙәре һиҙелеп тора. Һыңар күҙле, бәләкәй буйлы. Иҙәнгә баҫтырһаң – утын түмәре кеүек кенә. Шуға ҡармаҫтан, ул шаярта, көлә, уртаҡ тел табырға тырыша.
Фарман һәр ваҡыт хирург күҙәтеүендә булды. Бүлек мөдире Евгений Александрович көн дә уның менән ҡыҙыҡһынды, һөйләште.Ошо ҡышлаҡ малайының аңлата алмаҫлыҡ оптимистлығына таң ҡала. Ул, Тажикстандың Таулы-Бадахшан өлкәһенең бер ауылында тыуып үҫкән. Һигеҙ класлыҡ белеме бар, уҡыған һөнәре юҡ. Әрмегә тиклем колхозда эшләгән. Яктар көткән, еләк-емеш үҫтергән. Фарман һөйләүе буйынса, ауылы бигерәк матур. Ә емештәре телеңде йоторлоҡ! Уларҙың ғаиләһе татыу һәм ишле. Атаһы, әсәһенән башҡа, ике ағаһы, өс ҡыҙ туғаны бар. Улар бөтәһе лә колхозда эшләй икән, ҡатын-ҡыҙҙарҙан башҡа. Ул бигерәк тә атаһы менән ғорурлана, баҡсасылар бригадаһы бригадиры булғанға, ахрыһы.
– Дуктыр, бер аҙ ғына көтөгөҙ, атайымдар мине күрергә киләсәк һәм алып ҡайтып китәсәк. Һеҙгә емеш-еләктәр ҙә алып киләсәк. Бына күрерһегеҙ!
Йөйләнеп, күгәреп бөткән тәне әкренләп ағара, төҙәлә башланы. Сәбәбе: ҡаҡшамаҫ рухындалыр, йә психикаһының үҙенсәлегендәлер, бәлки, үҙен тере ғәрип итеп тоймауындалыр.
– Нисек, хәлдәр? Яралар төҙәләме? – тип һораһалар.
– Эттеке кеүек. Йәл, ялай алмайым, тиҙерәк төҙәлер ине, – тип яуап бирә.
Кемдән ятлап алғандыр. Берәйһенән ишеткәндер, палатала бер үҙе генә ятмай. Улар ҙа аяҡһыҙ, ҡулһыҙ, “күлдәктә тыуғандар” ҙа бар. Бер ҙә зарланып ятмайҙар, һәр нәмәнән ҡәнәғәт ҡалып, көлөшөп тә алалар. Шул иҫәптән, депрессияға бирелеп, күҙ йәштәре лә түккәндәре булды. “Шурави”ҙарҙың береһе лә үҙҙәрен бәхетһеҙ тойманы. Нисек тә, булдыра алғанса, бер-береһенә ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙерҙәр ине. Был ысын күңелдән, яһалмалылыҡ түгел ине. Яралыларҙың барыһы ла бәхетле киләсәккә өмөт итәләр.
Араларында Аллаһҡа табыныусылар ҙа бар, бер нисә егет муйын сылбырына тәре таҡҡан, суҡынып та алалар. Фарманға килгәндә, Аллаһҡа ышана ышаныуын, тик икенсе тормошҡа (теге донъяла) әлеге ғазапланыуҙары өсөн ожмахҡа эләгеүенә ышанмай.
...Һәм, ниһайәт, уның янына атаһы менән әсәһе килде. Фармандың палаталаш иптәштәре, эске һиҙемләүҙәре буйынса, күңелһеҙлек булаһын төшөндө. Ләкин уға һүҙ ҡушманылар. Ординаторлыҡ бүлегенә ата менән әсә инде. Бүлек мөдире лә күрҙе уларҙы. Егет бәхеткә күмелергә тейеш ине лә бит...
Иҫәнләшеп тә тормайынса:
– Һеҙгә беҙ һау-сәләмәт ул бирҙек, – тине атай кеше.
– Бындай тере ғәрип беҙгә кәрәкмәй, – тип өҫтәне әсәһе.
– Дауалау процесы тамамланды. Хәҙер улығыҙ һеҙҙең ярҙамға һәм мәрхәмәтлегегеҙгә мохтаж, – тип аңлатыр­ға тырышты баш табип.
Әсәһе ләм-мим, бер һүҙ ҙә әйтмәне. Бәлки, русса насар белгәндер. Һөйләшеүҙәрҙе Фармандың бригадир атаһы алып барҙы. Баш тартыу тураһында хәбәр бөтә госпиталгә таралды.
Табиптар, шәфҡәт туташтары – профессиональ этика йолалары менән тәрбиәләнгән оло кешеләр. Үҙҙәренең тырышлыҡтарынан ғәрләнделәр. Һанай китһәң, улар яралыларҙың ниндәйе менән генә осрашманылар. Әммә әлеге хәл беренсегә ине. Конституцион (интернациональ) бурыс үтәп, ярҙамға мохтаж, балаңдан баш тартыуҙы күргәндәре булманы, ниндәй генә хәлгә тарыһалар ҙа.
Фармандың үҙенә ошо ысынбарлыҡ тураһында әйткәс, шаяралар тип уйлап: “Китегеҙ, кит, булмаҫ. Улар минең атай менән әсәй, бер ҡан. Алдашаһығыҙ, ” – тине.
– Дөрөҫө шулай, Фарман, – тинеләр, эргәһенә йыйыл­ған егеттәр. – Әйҙә, ҡарайбыҙ, улар сығып бараларҙыр, төп ҡапҡаға етмәгәндәрҙер.
– Исмаһам, инеп изге теләктәр теләп, хушлашманылар ҙа...ы-ы-ы... Ни һеҙҙең, ни минең менән.
Тынлыҡ урынлашты. Бер минут та үтмәне, ул ҡысҡырып ебәрҙе.
– Күрһәтегеҙ әле, тәҙрәнән булһа ла ҡарап ҡалайым!
Палаталаштары уны тәҙрә тупһаһына ултыртты һәм егет һыңар күҙе менән уларҙы нисек итеп КПП-ға етеп килгәндәрен күрҙе. Атаһы, ҡулдарын болғай-болғай, әсәһенә нимәләрҙер һөйләй ине. Фармандың йәштәре аҡты, хатта элек булған күҙ тирәһенән дә. Яугир тып-тын ҡалып иланы. Бик ныҡ ҡалтырана башлағас, “шурави”ҙар карауатҡа һалды.
Шул көндән башлап, ул бер кем менән дә һөйләшмәне. Һүҙ ҡушһалар, яуап бирмәне. Евгений Александровичҡа ла “эйе”, “юҡ” тип кенә яуапланы. Ашауын да туҡтатты. Атаһы-әсәһе алып килгән еләк-емештәрҙе бөтә госпиталгә әҙ-әҙләп таратып сыҡты.
Дауалаусы табип Фарманды ҡан тамыры аша туҡландырырға кәңәш итте. Система аша глюкоза индерҙеләр. Ай буйы уның менән психолог эшләне. Ахыр сиктә “шурави” һөйләшә башланы. Үҙе һүҙ башламаны, әммә һорауға яуап бирҙе. Теш техниктары яһалма тештәр эшләп, ҡуйып бирҙе. Шулай ҙа егеттең аҡ йылмайыуҙарын күреүсе булманы. Ә бүтән саҡта, тешһеҙ ауыҙы менән йылмайһа, көйгән бит остары соҡорая ине.
Фарманды интернатҡа күсерәһе көндө һаубуллашыр­ға бөтә госпиталь йыйылды. Бөтәһе лә уны ҡосаҡлап сыҡты. Яраттылар, хөрмәт иттеләр үҙен. Үҙ кешегә әйләнеп бөткәйне. Бер ҙә ебәргеһеләре килмәгәйне, тик, нишләйһең инде. Медицина хеҙмәтенең уның өсөн тәғәйенләнгән махсус транспорты килгәс, ул бойоҡ, моңһоу ине. Һәммәһе менән ҡул бирешеп сыҡты, һаубуллашты. Машина яҡынлашҡас, ул боролоп ҡараны, тауышһыҙ ғына илай ине. Күҙ йәштәрен күрһәтмәй эскә үтте. Ишек ябылды. Тәҙрәнән ҡарап, ул ҡул болғаны. Тыштағыларҙың да ҡулдары, әләм урынына елберләне. “Скорый”, сигнал биреп, ҡуҙғалды. Госпиталдәге бар халыҡ, Фарман ултырған машинаны оҙатып, формалалағылар честь биреп, күҙҙән юғалғансы баҫып торҙолар...

Автор:Илбарис Сәлимхан. Тирмән ауылы.
Читайте нас: