Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Февраль 2023, 16:46

“Йөрәк һүҙе” йөрәктәргә етте

21 февралдә “Салауат Юлаев” музейында Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә “Йөрәк һүҙе-2023” шиғриәт конкурсы уҙғарылды

“Йөрәк һүҙе” йөрәктәргә етте
“Йөрәк һүҙе” йөрәктәргә етте

21 февралдә Салауат Юлаев музейында Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә “Йөрәк һүҙе – 2023” шиғриәт конкурсы уҙғарылды. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналды.

Шиғриәт бәйгеһендә төрлө мәктәптәрҙән килгән уҡыусылар ҡатнашты. Һәр ҡатнашыусы үҙенең күңеленә хуш килгән, йөрәгенән сыҡҡан шиғырҙарҙы һөйләне. Ярыш һөҙөмтәһендә “Һүҙ оҫтаһы”, “Тамашасылар һөйөүе “ һәм “Йыл шиғыры” номинацияларында еңеүселәр билдәләнде.

Шулай итеп, “Һүҙ оҫтаһы” номинацияһында Азамат Нурғужин, Илсаф Ғирфанов 1-се урынға лайыҡ булды. Шул уҡ номинацияла Иҙел Ғәйнетдинов, Юлиә Дәүләтова, Финә Ҡазиханова, Нияз Низамов – 2-се, Миләүшә Саҙретдинова, Артем Исмаилов, Арслан Ғәйнитов, Наҙлыгөл Байрамғолова – 3-сө урынды яуланы. “Тамашасылар һөйөүе“ – Нияз Низамов, “Йыл шиғыры” – Юлиә Дәүләтова, “Өмөт” номинацияһында Арслан Заһитов еңеүсе булды. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар менән бүләкләнде.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: