Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Ғинуар 2023, 21:55

Рәми Ғариповтың ижады үлемһеҙ

2022 йылда шағирҙың бик күп китаптары донъя күрҙе.

Рәми Ғариповтың ижады үлемһеҙ
Рәми Ғариповтың ижады үлемһеҙ

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә йыл дауамында бик күп китаптар донъя күрҙе. Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов етәкләгән "Башҡортостан" гәзите "Йыл авторы" итеп бөйөк шағир Рәми Ғариповты билдәләне.

Һәр бер һүҙе, һәр фекере юғары баһаға эйә тәрән фәлсәфәнең шишмәһе, һәр әҫәре тос аҡыл һандығы булған, йылдар дауамында балҡышы тағы ла баҙыҡлана барған, яҙмалары һәр заманда ла көнүҙәк булып, һәммәбеҙҙең йөрәгенә үтеп ингән тиңһеҙ Шағир - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә быйыл "Йырҙарыма ҡайтам" исемле шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы, "Минең антологиям" тип аталған Рәми Ғариповтың тәржемәһендә донъя шиғриәте өлгөләре һәм Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары тупланған, шулай уҡ рус телендә "Шиғырҙар һәм хаттар" ("Стихи и письма") тип аталған йыйынтыҡтары баҫылып сыҡты. Рауил Бикбаевтың Рәми Ғариповтың тормош юлын һәм ижадын яҡтыртҡан баҫмаһы "Рәми: шағир хаҡында" исеме аҫтында нәшер ителде. Рәми Ғариповтың "Сыңрау торна" тип аталған шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығын да уҡыусыларыбыҙ яратып уҡый.

И. Йосопова.

Автор:"Башкортостан"
Читайте нас: