Мәҙәниәт
19 Декабрь 2022, 10:51

Айгиз Баймөхәмәтов Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе итеп һайланды

34 йәшлек яҙыусы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтов Башҡортостандың Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе итеп һайланды.

Айгиз Баймөхәмәтов Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе итеп һайландыАйгиз Баймөхәмәтов Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе итеп һайланды
Айгиз Баймөхәмәтов Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе итеп һайланды

Бөгөн Яҙыусылар ойошмаһының XIX съезында ул күпселек тауыш менән етәксе итеп тәғәйенләнде.

Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы 1988 йылдың 27 октябрендә Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуған. 2014 йылдан - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, 2008 йылдан - Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы. 

2015 йылда «Ҡалдырма, әсәй!» китабы өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

2020 йылдың февраленән - «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас