Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Декабрь 2022, 17:42

Башҡортостан оҫталары һәм белгестәре халыҡ костюмы буйынса фекерен белдерҙе

Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Һәр беребеҙ үҙ халҡын күрһәтә, ә беҙ барыбыҙ ҙа – рәсәйҙәр.

Башҡортостан оҫталары һәм белгестәре халыҡ костюмы буйынса фекерен белдерҙе
Башҡортостан оҫталары һәм белгестәре халыҡ костюмы буйынса фекерен белдерҙе

Республикабыҙҙағы һәр халыҡтың костюмдары һәм биҙәүестәре үҙенсәлекле, улар мәҙәниәттең берҙәйлеген һәм ҡабатланмаҫлығын билдәләй. Милли кейемдәрҙе һәм биҙәүестәрҙе байрам, туй һәм башҡа саралар ваҡытында кейәләр һәм тағалар.

Башҡортостанда милли кейемдәрҙең һәм биҙәүестәрҙең төрлөлөгөн йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткән Милли кейем көндәрендә күрергә мөмкин. Милли кейем байрамы халыҡтарҙың йолаларына һәм тарихына мөрәжәғәт итеү, үҫеп килеүсе быуында халыҡ мәҙәниәте дөйөм байлыҡ икәнлеген тәрбиәләү мөмкинлеген бирә.

Башҡортостан оҫталарының һәм эксперттарының халыҡ костюмы буйынса фекере – видеояҙмала.

 

 

 
Автор:
Читайте нас: