Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Декабрь 2022, 15:59

«Өфө тулҡыны» музыкаль конкурсының 11-се миҙгеле наградалары тапшырылды

29 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Өфө тулҡыны - 2022» музыкаль проектының финалы уҙҙы. «Спутник ФМ» радиостанцияһы 11 йыл рәттән ошо ҙур музыкаль конкурсты уҙғара. Быйыл финалда ҡатнашыусыларҙың географияһы киң булды: Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең 11 ҡалаһынан йыр башҡарыусылар ҡатнашты.

«Өфө тулҡыны» музыкаль конкурсының 11-се миҙгеле наградалары тапшырылды
«Өфө тулҡыны» музыкаль конкурсының 11-се миҙгеле наградалары тапшырылды

Быйыл проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды. Проекттың партнеры - «Тәңре» экологик берләшмәһе. Шуның ярҙамында конкурста еңеүселәрҙең барыһы ла наградалар ғына түгел, аҡсалата приздар ҙа алды.

Гран-приҙы 11 йәшлек Рамаҙан Биккинин (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) алды. Конкурс тарихында тәүге тапҡыр иң юғары наградаға балалар номинацияһы вәкиле лайыҡ булды. Алтын скрипка асҡысы һәм 250 мең һум хәҙер уның ижади иҫәбендә. Рамаҙан 5-се класта уҡый, музыка мәктәбенә вокал һәм баян класына йөрөй, гитарала уйнарға өйрәнергә хыяллана һәм музыка училищеһына уҡырға инергә теләй. Рамаҙанды конкурсҡа вокал буйынса уҡытыусыһы Виктория Аритҡолова әҙерләгән.

Башҡарыусыларҙың сығышы барышында тамашасылар интернет-тауыш биреүен билдәләгән «халыҡ һайлауы» номинацияһында «Союз» (Әшә ҡалаһы) триоһы еңеү яуланы. Егеттәр еңеүгә бик тә етди ҡарағын һәм бер нисә ҡаланан ярҙам алған Һөҙөмтәлә улар иҫтәлекле статуэтка һәм 100 мең һум аҡсаға лайыҡ булды.

«Радиохит» махсус номинацияһы «Өфө тулҡыны» буйынса йылдың иң яҡшы йырын асыҡланы. Алина Ғафарованың (Өфө - Салауат районы) «Һалҡын» («Холодная») трекы ҡасандыр Антуан де Сент-Экзюпериҙың «Бәләкәй принц» әкиәтен уҡыған тамашасылар өсөн асыш булды.

«Дебют. 14-17 йәшлек балалар» исемле номинацияла алтын скрипка асҡысы һәм 50 мең һум Эмилия Харатяндың (Өфө) ҡулына эләкте. Ул маҡсатҡа ынтылышлы булыуы һәм маҡсатҡа ирешә белеүе менән айырылып тора. Конкурстың уҙған миҙгелендә ул ярымфиналға етте, быйыл иң юғары кимәлдә булып сыҡты.

«Дебют. 9-13 йәшлек балалар» номинацияһында беренсе урынды «Ел» («Ветер») йырын башҡарып Ариана Карабаева (Екатеринбург) алды. Уны махсус рәүештә балалар композиторы Анна Петряшева ижад иткән.

Быйыл жюри «Иң яҡшы ир-егет вокалы» номинацияһында еңеүсене билдәләмәне. Әммә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ вокалы» номинацияһында бер юлы ике еңеүсе билдәләнде: Татьяна Максимчева (Мейәс ҡалаһы) һәм Гөлшат Ғирфанова (Өфө). Был иң конкурентлы номинация булды, унда иң сибәр 4 йырсы көс һынашты, икәүһе - бер туған апалы-һеңлеле. Татьяна бөтә музыка стилдәрен башҡара, ул үҙен «оркестр-кеше» тип атай, ә финалда Полина Гагаринаның «Вьюга» йырын башҡарып, барыһын да өйрөлтөргә кереште. Гөлшат композицияла үҙенең бөтә киң тауыш диапазонын һәм, әлбиттә, тәбиғи матурлығын файҙаланды, ләкин әлегә тиклем премия апаһына түгел, ә уға эләккән тип борсола. Һәр номинацияла еңеүсегә көтөп алынған «Асҡыс» һәм 50 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырылды.

«Андеграунд» номинацияһы һәр саҡ ҡыйыу һәм бәхәсле булды. Быйыл унда ике талантлы автор үҙ көсөн һынаны. Әлеге ваҡытта беренселек Ариэлдә - ул Арина Нухованың ижади псевдонимы. «Матур сәскәләр» йыры ҡыҙҙы тулҡын өҫтөнә күтәрҙе.

«Төркөмдәр, ансамблдәр, трио» (Юғары проба) номинацияһында Өфөнөң Euphoria командаһы, Өфө сәнғәт училищеһы студенттары шул тиклем сағыу иҫбатланы: рок-н-ролл тере, жюри шунда уҡ ошо драйв кәйефенә эйә булды, һәм эксперттар балаларға еңеү бирҙе.

«Сикһеҙ музыка» номинацияһы наградалары, Сваровски страздары менән балҡып торған скрипка асҡысы, һәм аҡсалата премия еңеүсе Vonavi (Радмир Иванов) менән Ҡазанға юлланды. Әйткәндәй, ул дуҫтары ғына түгел, ярҙам төркөмөндә ҡатыны һәм бер айлыҡ балаһы менән гала-концертҡа килгән. Еңелмәҫкә уның хоҡуғы юҡ ине!

«Иң яҡшы видеоклип» махсус номинацияһында Екатерина Кусей (Өфө) еңеү яуланы. 2016 йылда Катя «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ вокалы» номинацияһында проект финалсыһы булды һәм шул ваҡыттан алып «алтын скрипка асҡысы» тураһында хыяллана башланы. Хыялдар тормошҡа аша. Ул быйыл лайыҡлы наградалар алды.

Бөтә наградалар ҙа тапшырылды, бар алтын асҡыстар быйыл үҙенең эйәләрен тапты. Был нимәне аңлата һуң? Тимәк, «Спутник ФМ» радиоһы ҡабаттан яңы таланттар, яңы сағыу башҡарыусылар, «Өфө тулҡыны» конкурсының 12-се миҙгелендә яңы еңеүселәр эҙләй башлай тигән һүҙ.

Бөтә республика буйлап һәм Өфөлә 107.0 йышлыҡта «Спутник ФМ» радиоһын тыңлағыҙ. Концерт трансляцияһын бында ҡарарға мөмкин. 

 

Автор:
Читайте нас: