Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Декабрь 2022, 16:21

Башҡортостан Башлығы легендар композитор Рим Хәсәновты юбилейы менән ҡотланы

30 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында легендар башҡорт композиторы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфөнөң почетлы гражданы Рим Хәсәновты юбилейы менән тәбрикләнеләр. Башҡорт эстрадаһы мэтрын ҡотларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килде.

Башҡортостан Башлығы легендар композитор Рим Хәсәновты юбилейы менән ҡотланы
Башҡортостан Башлығы легендар композитор Рим Хәсәновты юбилейы менән ҡотланы
Фото:Валерий Шахов

— Хөрмәтле Рим Мәхмүт улы, ҡәҙерле дуҫтар, мин бөгөн һоҡланғыс юбилей кисәһенә килмәй ҡала алманым. Маэстробыҙға, халҡыбыҙҙың бөйөк улына ҙур рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Беҙҙең быуын «Ҡышҡы романс», «Өфө йүкәләре», «Юҡҡа түгел» йырҙарында тәрбиәләнде. Миңә бүләк иткән флешкағыҙ өсөн бик рәхмәтлемен. Ижадығыҙ бөгөн бар республиканы берләштерә. Һеҙҙе ихлас күңелдән юбилейығыҙ менән ҡотлайым!

Радий Хәбиров юбилярға картина бүләк итте һәм композиторҙың да тыуған еренең, тәбиғәтенең, халыҡтың гүзәллегенә дан йырлауын билдәләне.

Үҙ сиратында, Рим Хәсәнов республика етәксеһенә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

 
 

Рим Мәхмүт улы Хәсәновтың исеме республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә билдәле. Ул — романстар, симфоник, театр, камера-инструменталь һәм хор әҫәрҙәре авторы, театр, радио, телевидение һәм кино өсөн музыка ижад итә. Композитор Австралияла, Финляндияла һәм башҡа илдәрҙә эшләне. Уның иҫ киткес моңло йырҙарында республикала тотош быуындар үҫеп сыҡты.

«Мәңгелек романс» юбилей программаһы мәҙәниәт министры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әминә Шафиҡованың, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллиндың һәм Милли симфоник оркестр музыканттарының сығышы менән асылды. Улар лиризм менән һуғарылған «Мөхәббәт» музыкаль композицияһын уйнап ишеттерҙе.

Концерт өсөн маэстроның репертуарынан иң популяр йырҙар һайлап алынғайны. Кисәлә башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары: Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Гөлсәсәк Шәрипова, Иҙрис Ғәзиев, Айгөл Һағынбаева, Рәсүл Ҡарабулатов, Нәзифә Ҡадирова, Азамат Тимеров, Әлфиә Юлсурина, Фәдис Ғәниев, Артур Нәзиуллин, Илшат Мөслимов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов, Дияна Ишниязова, Заһир Иҫәнсурин, Гөлсөм Бикбулатова, Алмас Хөсәйенов, Рәфис һәм Алмас Сирусиндар, Әлим Ҡәйүмов, Альберт Яҡупов һәм Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһаны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-11-30/glava-bashkirii-pozdravil-legendarnogo-kompozitora-rima-hasanova-s-yubileem-3052356

 
 
Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: