Мәҙәниәт
14 Октября 2022, 04:42

Башҡортостан Башлығы башҡорт сәхнәһе легендаһы Нурия Ирсаеваны ҡотланы

БР Башлығы Радий Хәбиров үҙенең традицион #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында башҡорт театры легендаһы, РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Өфөнөң почетлы гражданы Нурия Ирсаева тураһында яҙып үткән. Бөгөн уға 80 йәш тулды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығы башҡорт сәхнәһе легендаһы Нурия Ирсаеваны ҡотланыБашҡортостан Башлығы башҡорт сәхнәһе легендаһы Нурия Ирсаеваны ҡотланы
Башҡортостан Башлығы башҡорт сәхнәһе легендаһы Нурия Ирсаеваны ҡотланы
Фото:социаль селтәрҙәр

«Нурия Исхаҡ ҡыҙының наградалары һәм званиелары күп. Шулай ҙа улар араһында иң олоһо – тамашасыларҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәте һәм хөрмәте. Нурия Ирсаева әле лә рух күтәренкелеге, оптимизм һаҡлай, ижадын һөйөүселәрҙе артабан да ҡыуандырыуын дауам итә. Нурия Исхаҡ ҡыҙын ысын күңелдән ҡотлайым. Оло һаулыҡ теләйем! Республика исеменән һеҙҙең хеҙмәткә һәм талантҡа рәхмәт белдерәм!» - тип ҡотлаған төбәк етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-10-13/glava-bashkirii-pozdravil-legendu-bashkirskoy-stseny-nuriyu-irsaevu-2987888

Автор:Ләйлә Аралбаева

Автор:"Башинформ"