Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Октябрь 2022, 15:38

2022 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары билдәле булды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаттары билдәләнде.

2022 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары билдәле булды
2022 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары билдәле булды

Быйыл ошо абрйлы наградаға Бөрйән районында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы проекты өсөн «Архтамға» эксперт-проект бюроһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре: генераль директор Рөстәм Әлибаев, баш инженер Илфат Аҡтуғанов, баш архитектор Гөлфиә Тажетдинова;

«Заһир Исмәғилев мираҫының алтын биттәре» проекты өсөн Башҡортостандың Милли симфоник оркестры хеҙмәткәрҙәре: генераль директор Артур Нәзиуллин, баш дирижер Дмитрий Крюков;

«Ат уйнатып алдан бара... » спектакле өсөн Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Артур Кәбиров, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Рәис Низаметдинов лайыҡ булды.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: