Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Сентябрь 2022, 11:40

9 сентябрҙә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

9 сентябрҙә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Байрам йәнә бер тапҡыр халыҡтарҙың йолаларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итергә, йәш быуынға халыҡ мәҙәниәтенең оло хазина икәнлеген күрһәтергә мөмкинлек бирә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала байрам 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла.

9 сентябрҙә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә
9 сентябрҙә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл Милли кейем көнөн республикала ғына түгел, унан ситтә лә билдәләйҙәр. 7-11 сентябрҙә Белорус тарихи-мәҙәни үҙәге һәм ХМАО-Юграла Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге «Милли кейемдә фото» онлайн-күргәҙмәһен, шулай уҡ «Мин милли кейемдә» флешмобын ойоштора. 9 сентябрҙә «Ҡыҙылъяр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге Ҡырымдың Белогорск районында ошондай акция үткәрә.  

Башҡортостанда 9 сентябрҙә Милли кейем көнөнөң төп ваҡиғаһы — «Милли кейем байрамы». Сара Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында ойошторола. Ҡунаҡтарҙы сағыу костюмдар, халыҡ оҫталары эштәре күргәҙмәһе, концерт көтә.

Республика халыҡ ижады үҙәге «Музыкаль этномозаика» акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Бының өсөн милли уйын ҡоралдарында ике-өс минут үҙең теләгән композицияны башҡарырға кәрәк. Видеороликты #ДеньНациональногоКостюма #МиллиКейем2022 хештегтары менән «Бәйләнештә», «Класташтар» һәм Telegram социаль селтәрҙәренә һалырға. Акция 29 августан 9 сентябргә тиклем бара.

Башҡортостан райондарында ла ҙур программа көтөлә. Республиканың төрлө мөйөштәрендә милли кейемдәр күргәҙмәһе, флешмобтар, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре эшләү, ҡатын-ҡыҙ күлдәктәре тегеү, тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар үткәрелә.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: