Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Август 2022, 14:08

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында нәфис фильмды монтажлау тамамланды

Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған «Шағир көндәлеге» нәфис фильмын монтажлау тамамланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл республикала Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 90 йыл тулыу киң билдәләнә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында нәфис фильмды монтажлау тамамланды
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында нәфис фильмды монтажлау тамамланды

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-08-11/f-l-bash-ortostandy-haly-sha-iry-r-mi-aripov-tura-ynda-n-fis-filmdy-montazhlau-tamamlandy-2905899

Фильм башҡорт режиссеры Булат Йосопов етәкселегендә төшөрөлә. «Әлеге ваҡытта бөтә тауыштар ҙа тиерлек яҙҙырылған, бер артист та һынатманы, кинокартина персонаждарының тауышы шәп», — белдерҙе проекттың ижади төркөмө.

Июлдә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры башҡарыуында фильмға музыка яҙҙырылды. Музыка авторҙары — композиторҙар Илшат Яхин һәм Шәүрә Сәғитова.

Кадр артында рус теленә тәржемәләү ҙә тамамланып килә.

«Һоҡланғыс тауышлы, рус телмәре структураһын нескә аңлаған Александр Бызов — беҙҙең проект өсөн табыш. Тәржемә шәп, совет кинематографының иң яҡшы традициялары кеүек», — тип билдәләне фильмдың тауыш режиссеры Юлай Тауылбаев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Шағир көндәлеге» — республика тарихында тәүге халыҡ фильмы. Башҡортостан Башлығы, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы кинотаҫма төшөрөүҙе хупланы. Әлеге проект хаҡында 2019 йылдың авгусында билдәле булды. Ул саҡта халыҡ ярҙамы менән 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды, шунан һуң ижади төркөм фильм төшөрә башланы. Дәүләт яғынан фильмғат16 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Кинотаҫма башлыса Өфөлә, Шишмә районында, Һамарҙа төшөрөлдө.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: