Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Июнь 2022, 09:05

9 июлдә «Шүлгәнташ» музей комплексы асыла

9 июлдә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексын асыу тантанаһы була, тип хәбәр итте бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә. 

9 июлдә «Шүлгәнташ» музей комплексы асыла
9 июлдә «Шүлгәнташ» музей комплексы асыла

Был - Рәсәйҙә берҙән-бер палеолит осороноң ҡая сәнғәте музейы. Музей комплексы экспозицияһы ете тематик блоктан тора. Боронғо рәсемдәрҙең Францияның Монтиньяк ҡалаһында эшләнгән күсермәһе — иң сағыу экспонаттарҙың береһе.

«Беҙ Рәсәй Фәндәр академияһы президентының һәм ҙур ғилми делегацияның килеүен көтәбеҙ. Музей комплексында ике ҙур ғилми конференция уҙғарырға уйлайбыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: