Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Май 2022, 23:33

Балаларҙы яҡлау көнөнә Өфөлә «АРТ-Ҡоролтай. Балалар» форумы үтә

1 июндә Балаларҙы яҡлау көнөндә «Торатау» конгресс-холында «АРТ-Ҡоролтай. Балалар» форумы була. Проект Башҡортостан Республикаһында «АРТ-Ҡоролтай» форумы хәрәкәтенең бер өлөшө булып тора һәм һәләтле балаларға ярҙам итеүгә, уларҙы үҫтереүгә, киләсәктә һөнәр һайлай алырлыҡ һәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеүгә йүнәлтелгән.

Балаларҙы яҡлау көнөнә Өфөлә «АРТ-Ҡоролтай. Балалар» форумы үтә
Балаларҙы яҡлау көнөнә Өфөлә «АРТ-Ҡоролтай. Балалар» форумы үтә

«АРТ-Ҡоролтай. Балалар - 2022» форумы сиктәрендә «Башҡортостан - Евразия йөрәге. Киләсәккә ҡараш» конференцияһы; оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, кинопробалар үткәреү, интерактив тематик майҙансыҡтар, ижади лабораториялар эше, ижади конкурстар еңеүселәрен бүләкләү һәм ҡотлау, шулай уҡ ҙур байрам концерты уҙғарыу ҡаралған.

Форум сиктәрендә креатив индустрия мәктәбен, урта махсус белем биреү учреждениеларын һәм мәҙәниәт өлкәһендәге юғары профессиональ учреждениеларҙы презентациялау ҙа үткәреләсәк.

Форумдың эшлекле программаһы «Хәҙерге ысынбарлыҡта матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыу», «Мәҙәниәт өлкәһендә берҙәм белем биреү киңлеген булдырыу» панель секциялары, шулай уҡ «Тамырым башҡорт» балалар-үҫмерҙәр форумында ҡатнашыусылар һәм ЮНЕСКО мәктәптәрендәге балалар советтары рәйестәре өсөн майҙансыҡ менән таныштырыу ҡаралған.

Тәүге «АРТ-Ҡоролтай» 2021 йылда Өфөлә ойошторолдо. Ул шул уҡ исемдәге өлкәндәр форумы артынан уҡ уҙҙы. Уның девизы - «Йолаларҙы һаҡлап, киләсәкте булдырабыҙ». Сарала 3 айҙан 16 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡатнашты. Балалар мәҙәниәт, архитектура, фән, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә үҙ проекттарын тәҡдим итте, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.

Автор:
Читайте нас: