Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Май 2022, 23:50

Республиканың меңләгән кешеһе «Шайморатов генерал» йырын башҡара

Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың исеме халыҡ менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Башҡортостанда Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даяндың шиғырына яҙған «Шайморатов генерал» йыры күптән халыҡтыҡына әүерелгән. Уны Башҡортостанда, Тыуған илебеҙҙең бөтә мөйөштәрендә йырлайҙар. Быйыл «Шайморатов генерал» йырына 80 йыл тула.

Республиканың меңләгән кешеһе «Шайморатов генерал» йырын башҡара
Республиканың меңләгән кешеһе «Шайморатов генерал» йырын башҡара

Республика халыҡ ижады үҙәге «Хәтер ере» республика марафоны барышындағы «Шайморатов генерал» илһөйәрлек акцияһында ҡатнашырға саҡыра.

9 майҙа республиканың төрлө мөйөштәрендә ҡатнашыусылар бер үк ваҡытта «Шайморатов генерал» йырын башҡара.

Акция республиканың барлыҡ мәҙәни-ял итеү учреждениеларында ойошторола, уға теләгән һәр кем ҡушылырға мөмкин.

Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-05-06/pesnyu-shaymuratov-general-ispolnyat-tysyachi-zhiteley-bashkirii-2795594

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: