Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Май 2022, 21:46

Йырсы Әлфиә Ниғмәтуллина Башҡортостан исеменән сығыш яһаны

Әлфиә Ниғмәтуллина @alfiya_ildarovna халыҡ-ара сәхнәлә Башҡортостан исеменән сығыш яһаны һәм «Central Asia’s Got Talent» @centralasiagottalent (Central Asia’s Got Talent) телевизион шоуҙың ярымфиналына үтте. Рәсәйҙән берҙән-бер ҡатнашыусы Үҙәк Азия илдәрен яуланы. 

Йырсы Әлфиә Ниғмәтуллина Башҡортостан исеменән сығыш яһаны
Йырсы Әлфиә Ниғмәтуллина Башҡортостан исеменән сығыш яһаны

Хөрмәтле яҡташтар, ватандашыбыҙ Әлфиәгә ярҙам итәйек һәм ошо һылтанма https://i2.app.link/cagt_vote_app_aitube буйынса 7 майға тиклем «Aitu» ҡушымтаһында тауыш бирәйек!

Һылтанма асылмаһа, 4 ябай аҙым яһағыҙ. Бының өсөн һеҙгә кәрәк:

1. «Aitu» ҡушымтаһын күсереп алырға

2. Теркәлеү үтергә

3. Уң яҡ аҫҡы мөйөштәге «Aitu Apps» менюһына, һуңынан «Голосование CAGT» менюһына баҫырға

4. Әлфиә Ниғмәтуллина (Башҡортостан) өсөн тауыш бирергә.

Тап тамашасылар шоуҙың финалына кем үтәсәген хәл итә. Башҡортостан, алға!

 

Автор:
Читайте нас: