Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Апрель 2022, 10:57

Өфөлә Рәми Ғарипов тураһында «Шағир көндәлеге» фильмын төшөрөү тамамланды

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған «Шағир көндәлеге» тулы метражлы нәфис фильмын төшөрөү тамамланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фильмдың төп өлөшө былтыр тамамланғайны, ошо көндәрҙә уны тулыһынса төшөрөп бөттөләр.

Өфөлә Рәми Ғарипов тураһында «Шағир көндәлеге» фильмын төшөрөү тамамланды
Өфөлә Рәми Ғарипов тураһында «Шағир көндәлеге» фильмын төшөрөү тамамланды

«Аҙаҡҡы көндә Рәми Ғариповтың мәктәптә уҡыған йылдарында, 1948 йылдың йәйендә, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың хәрби дан эҙҙәре буйлап Донбасҡа экспедицияла ҡатнашыуы хаҡында төшөрҙөк», – тине кинорежиссёр Булат Йосопов.

«Йәнле таҫма» кинокомпанияһы хәбәр итеүенсә, байопикты әҙерләп төшөрөүгә ике йыл ваҡыт киткән. Был иһә Башҡортостан кинематографияһы тарихында тамашасылар, меценаттар, предприятиелар һәм дәүләт менән берлектә төшөрөлгән тәүге халыҡ фильмы. Төп күренештәр Өфөлә, Шишмә районында, Һамарҙа. Премьера 2022 йылдың көҙөндә көтөлә.

«Фильмды төшөрөүҙә республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡарары ҙур роль уйнаны», – тип билдәләне кинотаҫманың продюсеры Леонид Филинов.

Быйыл республикала Башҡортостан Башлығы указы буйынса Рәми Ғариповтың 90 йыллығы киң билдәләнә (1932 - 1977). Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рәми Ғарипов совет осорондағы башҡорт әҙәбиәте тарихында айырым урынды биләй. Ижадында ул тормош мәғәнәһе, халыҡтың тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше хаҡында уйланды, туған телдең һәм мәҙәниәттең киләсәге өсөн борсолдо, йыш ҡына башҡорт халыҡ ижадына мөрәжәғәт итте. Рәми Ғариповтың иң билдәле шиғыры — «Туған тел». Рәми Ғарипов властар яғынан эҙәрлекләүгә дусар булды. Шағир нәфис тәржемә оҫтаһы булараҡ та билдәле.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-04-25/v-ufe-zavershilis-s-yomki-filma-o-rami-garipove-dnevnik-poeta-2782707

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: