Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Апрель 2022, 09:57

“Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, Телгә алыр улар мине лә...”

Быйыл Башҡортостан халҡы халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләй. Был исем тыуған еренә, халҡына һөйөү һаҡлаған һәр кем өсөн ҡәҙерле.

“Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, Телгә алыр улар мине лә...”
“Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, Телгә алыр улар мине лә...”

Ошо уңайҙан 25 апрелдә Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында шағирҙың ижадына арналған тантаналы кисә үтә. Унда Рәми Ғариповтың поэмалары һәм шиғырҙарын уҡыясаҡтар, билдәле йырсылар шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрына ҡушылып башҡарасаҡ. 

Уҙған быуаттың 50-се йылдар уртаһында башҡорт шиғриәтендә йондоҙ булып балҡыған Рәми Ғарипов үҙенең шиғырҙары менән талантлы композиторҙар Рафиҡ Сәлмәнов, Абрар Ғабдрахманов, Нур Дауытов, Роза Сәхәүетдинова, Хөсәйен Әхмәтов, Байрас Абдуллиндың ижадын байытты. Уларҙың һәр береһе хаҡлы рәүештә уны “йырсы шағир” тип атанылар.

Тәржемәсе шағир булып дан алған Рәми Ғарипов алты тиҫтә авторҙың 300-ҙән ашыу шиғырын башҡорт теленә тәржемә итте. Улар араһында Пушкин, Лермонтов, Есенин, Маяковский, Рәсүл Ғамзатов һ.б. шағирҙарҙың шиғырҙары, Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары, Иван Франконың “Яҡтыға табан” хикәйәләр йыйынтығы бар. Ваҡытлы матбуғатта 1949 йылда тәүге әҫәрҙәре баҫылған Рәми Ғарипов 1976 йылдың декабрь айына тиклем башҡорт журналистикаһына тоғро хеҙмәт итте.

Кисәлә Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры (генераль директоры – Артур Нәзиуллин), Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы (етәксеһе – Алһыу Хәсбиуллина), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары Диләрә Иҙрисова, Әлим Кәйүмов, Аида Ғәбделхаҡова, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Хөрмәтулла Үтәшев, Артур Кәбиров, Руслан Хайсаров, Фирғәт Ғарипов, Гөлмирә Исмәғилева, Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры актерҙары Лилиә Исҡужина, Рәмзил Сәлмәнов, Илгиз Таһиров, Х. Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының Азат Айытҡолов етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле, Сибай концерт-театр берекмәһенең вокаль ансамбле (етәксеһе – Рәмил Туйсин), Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәкселәре – Рәис Низаметдинов һәм Алмаз Таҡалов), йырсылар Гөлсөм Бикбулатова, Илгиз Миңләхмәтов, Ринат Фәттәхов, “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө ҡатнаша.

Кисәнең режиссеры – Сулпан Асҡарова. Сценарий авторы – Гөлсәсәк Саламатова.

Башлана: 19:00 сәғәттә.

Фото: yanaulmuseum.bash.muzkult.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: