Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Апрель 2022, 14:37

Һөйөнсө, "Төньяҡ амурҙары"н һеҙ беренсе булып күрәһегеҙ!

"Был кадрҙарҙы әле бер кем дә күрмәгән. Улар - Өфөләге "Муха" студияһы төшөргән "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтенең икенсе өлөшө.

Унда шведтарға ҡаршы һуғышҡа барған һәм уларҙы еңгән башҡорт яугирҙәренең мажаралары тураһында бәйән ителә.

Әле аҙаҡҡы, өсөнсө өлөш өҫтөндә эш тулы ҡеүәттә бара. Ул Наполеонды еңеүгә арналасаҡ.

"Төньяҡ амурҙары"ның экранға сығыуын һәм яңы шедеврҙарҙы көтәбеҙ", - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә.

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: