Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март 2022, 12:26

Ауылға ҡайтып, фатирлы булған

Мөрсәлим сәнғәт мәктәбе педагогы Зилә Камаева “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһына ярашлы дәүләт ярҙамы алды

Ауылға ҡайтып, фатирлы булған
Ауылға ҡайтып, фатирлы булған

Урмансы ауылы һылыуы Зилә былтыр Златоуст педагогия колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлап, тыуған районына ҡайта. Рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы һөнәрен алған йәш белгес Мөрсәлимдә яңы ғына асылған Балалар сәнғәт мәктәбе филиалында хеҙмәт юлын башлай.

– Директорыбыҙ Анфиса Фәрит ҡыҙы (Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Анфиса Хөснөтдинова – авт.) миңә “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” республика программаһында ҡатнашырға тәҡдим итте. Мин үҙемде был конкурста һынап ҡарарға булдым һәм унан үттем. Республиканан 500 мең һум грант бирелде. Уға Мөрсәлим ауылынан үҙемә бер бүлмәле фатир һатып алдым. Йәшәгән ерем хәҙер эш урынына яҡын. Быға тиклем Урмансы ауылынан көн һайын йөрөп эшләй торғайным. Балалар мәнән эшләүе бик оҡшай, –  ти Зилә Камаева.   

Йәш педагог һәр баланың һынлы сәнғәт буйынса ижади һәләтен табып, уларҙың эске донъяһын аса, рәсем серҙәренә төшөндөрә. Ул үҙе лә матур картиналар төшөрә. Малаяҙ Балалар сәнғәт мәктәбе филиалы Мөрсәлим күп функциялы клубы бинаһында былтыр яңы уҡыу йылы башында асылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Өфөлә “АРТ-Ҡоролтай” форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре өсөн гранттар булдырырға тәҡдим иткәйне. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, 2021 йылда “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһын тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 30 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. 49 ҡала һәм райондан 60 хеҙмәткәр 500-шәр мең һум аҡса алған. Уларҙың күбеһе – йәш белгестәр.

Фото: шәхси архивтан.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: