Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Март 2022, 15:45

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Өфөлә Башҡорт дәүләт  опера һәм балет театрында  бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Улар араһында  А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисты, Лағыр ауылы егете Салауат Вәлиев, шулай уҡ яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Рәдиф Зарипов та булыуы шатлыҡлы ваҡиға. Уларға икеһенә лә  Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы  исемдәр бирелде!
Артистарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы ижади уңыштар, зал тулы тамашасылар, көслө алҡыштар ғаилә именлеге теләйбеҙ! АФАРИН! ҠОТЛАЙБЫҘ!

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Автор:Гульшат Шамсутдинова
Читайте нас: