Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Февраль 2022, 16:50

Башҡортостан юлдаш телеканалында «Һеңлекәш» фильмы эфирға сыға

Шишәмбе, 22 февралдә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Александр Галибиндың Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" нәфис фильмын күрһәтәсәк. Фильм Донецк һәм Луганск республикаларындағы ваҡиғаларға арналған.

Башҡортостан юлдаш телеканалында «Һеңлекәш» фильмы эфирға сыға
Башҡортостан юлдаш телеканалында «Һеңлекәш» фильмы эфирға сыға

Кинотаҫмала ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бара. Фильмда украин ҡыҙының мәжбүри эвакуацияла ҡалып, башҡорт ғаиләһендә яңы йорт тапҡаны хаҡында бәйән ителә. Фильмды Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында Мостай Кәримдең йөҙ йыллыҡ юбилейы алдынан Рәсәйҙең билдәле режиссеры Александр Галибин төшөргән.

"Бөгөн Донецкиҙа һәм Луганскиҙа барған хәл-ваҡиғаларҙы барыбыҙ ҙа күрәбеҙ. Меңдәрсә ғаилә тыуған ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр. Башҡортостан беренселәрҙән булып ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам ҡулын һуҙҙы. Был ваҡиғалар Мостай Кәримдең китабында тасуирлауы һәм кинокартинаның нигеҙенә һалыныуы менән ауаздаш. Беҙ Мостай Кәрим фондына, Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримоваға һәм Тимербулат Олег улы Кәримовҡа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә фильмды телеканалыбыҙ эфирында күрһәтеүҙе ойошторорға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ ", - тине" Башҡортостан "телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов.

"Республикабыҙ Луганскиҙағы һәм Донецкиҙағы дуҫтарына ярҙам итергә булды. Сөнки ауыр минуттарҙа кешеләр бер-береһенә ярҙам итергә тейеш. Һәр ваҡыт шулай булды - Башҡортостанда изге күңелле һәм ярҙамсыл халыҡ йәшәй", - тип белдерҙе фильмда төп ролде башҡарыусы актёр Арыҫлан Ҡрымсурин.

Башҡортостан юлдаш телеканалында "Һеңлекәш" фильмы бөгөн, 22 февралдә, 19 сәғәт 40 минутта эфирға сыға. Кинокартина киләһе йәкшәмбелә 12.30 сәғәттә ҡабатлап күрһәтеләсәк.

Башҡортостан юлдаш телеканалында «Һеңлекәш» фильмы эфирға сыға
Башҡортостан юлдаш телеканалында «Һеңлекәш» фильмы эфирға сыға
Автор:
Читайте нас: